Калюжный Виктор Иванович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Калюжный Виктор Иванович (18 апрель 1947 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1999—2000 йылдарҙа Рәсәй яғыулыҡ һәм энергетика министры, 2004—2008 йылдарҙа Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары һәм Рәсәйҙең Латвиялағы илсеһе.
Remove ads
Биографияһы
Виктор Иванович Калюжный 1947 йылдың 18 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында нефть сығарыу тармағында эшләүселәр ғаиләһенда тыуа. 1970 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. 1970 йылдан алып 1978 йылға тиклем Советтар Союзының нефть сәнәғәт министрлығының «Томскнефть» производство берләшмәһендә операторҙан алып «Васюганнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының (НГСИ) баш инженерына тиклем барып етә.
1980 йылдан алып 1986 йылға тиклем «Стрежевойнефть» НГСИ партия комитетының сәркәтибе һәм Томь өлкәһе КПСС Стрежевой ҡала комитетында икенсе сәркәтибе була. 1990 йылға тиклем Нефть сәнәғәт министрлығында карьераһын дауам итә: «Томскнефть» производство берләшмәһенең «Стрежевойнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында экономика буйынса етәксенең урынбаҫары, «Нижневартовскнефтегаз» производство берләшмәһендә «Приобнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында баш инженер һәм етәксе була.
1990 йылдан алып 1993 йылға тиклем Вьетнам республикаһының Вунг Тау ҡалаһында «Вьетсовпетро» уртаҡ предприятияһында нефть һәм газ сығарыу буйынса директор вазифаһын башҡара. 1997 йылға тиклем Стрежевой ҡалаһында «Томскнефть» акционер ойошмаһында генераль директорҙың беренсе урынбаҫары була. Шул уҡ йылда Виктор Калюжный Томск ҡалаһында Көнсығыш нефть компанияһында тәүге вице-президент булып эшләй.
1997—1998 йылдарҙа Томь өлкәһенең Закондар сығарыу думаһының икенсе саҡырылышы депутаты булып һайлана. Киләһе йылда Рәсәйҙең яғыулыҡ һәм энергетика министрының тәүге урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1999 йылдың 25 майынан алып 2000 йылдың 28 июненә тиклем Рәсәй яғыулыҡ һәм энергетика министрына тиклем күтәрелә[1][2][3].
Киләһе дүрт йыл сит ил эштәре министрының урынбаҫары һәм Каспий диңгеҙенең статусын көйләү һорауҙарын буйынса Рәсәй Федерацияһы президентының махсус вәкиле була[4][5][6][7]. 2004 йылдың 1 сентябренән 2008 йылдың 11 ғинуарына тиклем Латвияла Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе булып эшләй[8][9]. «Ригаға барыр алдынан миңә, Рәсәй менән Латвия араһында бөтә нимә насар, ә берҙән-бер яҡшыһы — илсе резиденцияһы, тип әйтеп ҡалалар»[10].
![]() |
Латвияла эшләғән сағында Виктор Калюжный үҙенең элекке буйһонғандарынан — Рәсәй Федерацияһының Латвия илселегенең өсөнсө сәркәтиптәре Владимир Симиндей[11] һәм Дмитрий Ермолаев[12] яғынан асыҡ тәнҡит ишетә | ![]() |
Виктор Калюжный «Милли нефть институты» фондының күҙәтеү кәңәшмәһенең рәйесе вазифаһын башҡара.
Remove ads
Мауығыуҙары
Виктор Калюжный инглиз телен яҡшы белә. Теннис, футбол һәм баскетбол кеүек спорт төрҙәре менән мауыға.
Ғаиләһе
Виктор Калюжный өйләнгән. Уның Михаил һәм Павел исемле улдары бар. Икеһе лә «Terminala serviss» Латвия фирмаһының хужалары.
Ҡаҙаныштары
- «СССР нефть һәм газ сәнғәте отличнигы» күкрәк билдәһе
- «Почёт Билдәһе» ордены (1984)
- «Көнбайыш Себер ер аҫтын эшкәртеү һәм нефть-газ комплексын үҫтереү өсөн» миҙал (1986)
- II дәрәжәлә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (4 март 1996) — экономика өлкәһендә оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте өсөн[13]
- III дәрәжәлә «Ватанға хеҙмәт өсөн» орден (2006)[14]
- I дәрәжәлә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (9 октябрь 2007) — Рәсәй Федерацияһының тыш политикаһын башҡарыуҙа ҙур өлөш индергән өсөн[15]
- Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең маҡтау билдәһе
- Дуҫлыҡ ордены
- Латвиянан ҡайтыр алдынан ҡайһы бер киң мәңлүмәт сараларында Виктор Калюжныйҙы Латвияның юғары наградаһы — III дәрәжәлә Өс йондоҙ ордены менән бүләкләргә тигән хәбәр була, әммә Сейм депутаттары һорауы буйынса был эш башҡарылмай[16].
- А. М. Горчаков иҫтәлекле миҙалы (2008, Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министрлығы)[17]
- III дәрәжәлә Изге кенәз Даниил Московский ордены (2008, РПС)[18] — «Сиркәү менән Ватанға хеҙмәттәргә иғтибар өсөн һәм 60 йәшлек юбилейына арнап»
Remove ads
Дипломатик дәрәжә
Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (24 апрель 2003)[19]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads