Кесе Юлдаш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кесе Юлдаш[1][2] (рус. Малоюлдашево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Плешаново ауыл биләмәһе составына инә.
Remove ads
Атамаһы
Яңы Юлдаш (рус. Новоюлдашево) һәм Кесе Юлдаш (рус. Малоюлдашево) ауылдары халыҡ телендә — Абдулла ауылы. Абдулла ауылының уртаһынан изге шишмә үтә. Ауыл кешеләре бер-береһен аръяҡтар, биръяҡтар тип йөрөтә. Шул аръяҡ менән биръяҡты икегә бүлеп, рус телендә ауылды айырып Новоюлдашево, Малоюлдашево тигән исем биргәндәр.
Тарихы
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Абдулла ауылы зыяратыны урынлашҡан тауҙың битендә, үрҙәрәк, әүлиә ҡәбере бар. Ололар һөйләүе буйынса, был яҡтарға дин таратырға 17 мосолман килгән булған. Шуларҙың береһе эсе ауыртыуына сыҙамай мәмерйә алдында тәгәрәп йөрөп үлгән. Уны Абдулла ауылының тауына ерләгәндәр. Халыҡтан аҡса йыйып, 2017 йылда был ҡәбер кәртәләнеп алына.
Remove ads
Халҡы
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[4].
Билдәле шәхестәре
- Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы (1916—1994) — актриса. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads