Кобленц
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кобленц (нем. Koblenz, Coblenz, от лат. Confluentes — «ҡушылыу», рипа. Kowelenz) — Көнбайыш Германияның ҡалаһы, Рейнланд-Пфальц федераль ерендә урынлашҡан. Халыҡ тығыҙлығы буйынса өсөнсө урынды биләүсе ҡала (106 мең кеше, 2006 йылдың мәғлүмәттәре буйынса).
Remove ads
Тарих


Беренсе тапҡыр рим ғәсҡәре Юлия Цезарь етәкселегендә бында б. э. тиклемге 55 йылда килеп еткән һәм Рейн йылғаһы аша күпер төҙөгән. Һуңғараҡ, Магн тарафынан Германияны баҫып алыу кампанияһында, Друз бында «Castellum apud Confluentes» — «Йылғалар ҡушылған ерҙәге нығытма» тигән хәрби лагерға нигеҙ һала.
Римлеләрҙең б. э. тиклемге 49 йылда төҙөгән күпер емереклектәрен әлеге ваҡытта ла күрергә мөмкин. Күперҙе герман ҡәбиләләренән һаҡлау өсөн йылғаның ике ярында ла замок төҙөлә. Был күперҙе 259 йылда франктар емерә. Шулай уҡ ҡаланан алыҫ түгел Меркурий ҡорамы торған, ул V быуатҡа тиклем ҡулланылған.
Изге Кастор базиликаһы
Базилика 836 йылда ҡала һыҙығынан ситтә төҙөлә башлай. Уны изгеләндереүҙә король Людовик I Благочестивый (Тәҡүәле) ҡатнаша. Базилика иртә христиан изгеһе урындағы пресвитер Кастор Карденский хөрмәтенә изгеләндерелә. Нәҡ ошо базиликала 843 йылда алдан һөйләшеүҙәр үткәрелә һәм Верден килешеүенә ҡул ҡуйыла, был килешеү франк империяһын Францияға, Германияға һәм 1000 йылдан һуң — Италияға әүерелдерә. Хәҙерге ҡиәфәтен базилика XII быуатта ала.
Богоматерь сиркәүе
Боогоматерь сиркәүе ҡаланың иң бейек өлөшөндә урынлашҡан. Ул XII—XV быуаттарҙа роман стилендә төҙөлә, артабан готик стилендә хоры һәм барокко стилендә манаралары төҙөлә.
1773 йылда бында идара итеүсе Австрияның Габсбургтар династияһынан сыҡҡан буласаҡ сит ил эштәре министры һәм дәүләт канцлеры, Вена конгресы етәксеһе кенәз Меттерних тыуған (1814—1815 йылдарҙа)[10][11].
Remove ads
Иҫтәлекле урындары
- Балдуинбрюк (Balduinbrüke) — Мозель йылғаһы аша күпер (XIV быуат)
- Кобленц замогы (XVIII быуат)
- Немец мөйөшө
- Төкөрөүсе малай (Fontan Schängel)
- Төп зыярат
- Француз зыяраты
Туғанлашҡан ҡалалары
Невер, Франция (1963)
Лондонский боро Харинги, Великобритания (1969)
Норидж, Великобритания (1978)
Маастрихт, Нидерланды (1981)
Новара, Италия (1991)
Остин, США (1992)
Петах-Тиква, Израиль (2000)
Вараждин, Хорватия (2007)
Ҡала менән бәйле билдәле кешеләре
- Макс фон Лауэ — Нобель премияһы лауреаты
- Томас Андерс — йырсы, элекке Modern Talking дуэтында ҡатнашыусы
- Валери Жискар д ' Эстен — Франция президенты 1974—1981 йылдар
- Молитор, Ян Петр (1702—1756) — һуңғы барокко немец рәссамы
- Мария Магдалина — Людвиг Ван Бетховендың әсәһе[<span style="" title="не указан источник на утверждение (26 апреля 2017)">сығанаҡ 647 көн күрһәтелмәгән</span>]
- Карл Генрих фон Меттерних-Виннебург (1622—1679) — Майнцтың архиепискобы һәм курфюрсты.
- Жозеф Мариус фон Бабо (1756—1822) — немец драматургы.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads