Ковалев йорто (Азов)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ковалев йорто —  Азов ҡалаһы (Ростов өлкәһе)  төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Ул  Мәскәү урамында, 23-сө һанлы йортта урынлашҡан. Закон менән һаҡлана (301-се Ҡарар,18.11.1992 йыл)[1].

Ҡыҫҡа факттар

Remove ads

Тарих

1912 йылда Ростов өлкәһе Азов ҡалаһындағы Мәскәү урамында  23- cө  һанлы ике ҡатлы йорт төҙөлә. Йорт музей алдында тора, уның хужаһы һәм нигеҙ һалыусыһы — Г. И. Ковалев. Йорт төҙөлөү менән унда Г. И. Ковалевтың  универсаль техник  магазины асыла. Унда ҡала халҡы төрлө тауарҙар: электр лампалары, ит үткәргес, граммофон, кеҫә һәм стена  сәғәттәре,  брезент  тоҡтар, велосипедтар, теген  машин машиналары һәм кофе тирмәне, пластинкалар- һатып алған. Йорт подвалын Г. И.  Ковалев рус шараптары баҙы сифатында файҙаланған, ә магазиндың эсендә слесарь-механика оҫтаханаһы эшләгән.  Был йорт төрлө ваҡытта ҡаланың төрлө учреждениелары милкендә була. Бында  ЗАГС бүлеге, сауҙа-склад характерындағы эштәр өсөн бүлмәләр, һаҡлыҡ  кассаһы һәм  СССР госстрах бүлмәләре булған [2]. Ковалев йорто — ҡаланың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һаҡланып ҡалған иҫтәлекле урындарының береһе [3].

Remove ads

Һүрәтләү

Ковалев йортоноң архитектураһына бейек түшәмдәр, ҙур тәҙрәләр, тимерҙән сүкеп эшләнгән балкондар хас. Йорттоң башы һуған башына оҡшатып ябылған.

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads