Крючков Анатолий Иванович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Крючков Анатолий Иванович (10 октябрь 1947 йыл — 11 июль 2020 йыл) — зоотехник, ауыл хужалығы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1987—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәсетле районы Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...

1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе.

Remove ads

Биографияһы

Анатолий Иванович Крючков 1947 йылдың 10 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Милләте рус, юғары белемле — 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1970 йылда Мәсетле районы ауыл хужалығы идаралығының тоҡомсолоҡ буйынса зоотехнигы булып башлай, артабан шунда уҡ агроном була.

1979 йылдан Мәсетле районы буйынса ауыл хужалығы продукцияһын һатыу алыуҙар һәм сифаты буйынса баш дәүләт инспекторы булып эшләй.

1982 йылдан КПСС-тың Мәсетле район комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире, 1984 йылдан ауыл хужалығы идараһы начальнигы, РАПО советы рәйесе.

1987—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Мәсетле районы Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе.

1992 йылдан Башсбербанктың Мәсетле бүлексәһе идарасыһы. . [1] Мәсетле районы, 238-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе. [2]

2020 йылдың 11 июлендә вафат була.[3]

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads