Муллағәләмов Марат Сабит улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Муллағәләмов Марат Сабит улы (рус. Марат Сабитович Муллагалямов; 7 ноябрь 1930 йыл) — совет хужалыҡ, дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән[1]
Remove ads
Биографияһы
Марат Сабит улы Муллағәләмов 1930 йылда Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1953 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған, инженер-механик.
1953—1962 йылдарҙа — Өфөләге 20-се п/й ойошмаһының (Өфө моторҙар эшләү заводы) өлкән механигы, инженер-тикшеренеүсеһе.
1962—1965 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында, КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетында, партия эшендә мәшғүл.
1965—1979 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1979—1986 йылдарҙа — БАССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары.
1986—1990 йылдарҙа — «Башнефть» производство берекмәһенең генераль директоры урынбаҫары.
Remove ads
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Биш саҡырылыш Башҡорт АССР-ының Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
1996 йылдан 2015 йылға тиклем — һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (өс мәртәбә)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- Алты миҙал
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» билдәһе
- Башҡортостан Республикаһының халыҡты социаль яҡлау буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәре
- «Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы» исеме[5]
- «Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн» Почет билдәһе[6]
Ғаиләһе
Атаһы — Сабит Муллағәләм улы Муллағәләмов — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған. Ҡатыны Наирә Шаһиәхмәт ҡыҙы Муллағәлләмова 1988 йылда вафат. Ул БАССР Госпланы Президиумы Рәйесе, сәйәси репрессия ҡорбаны Шаһиәхмәт Дауытовтың ҡыҙы булған. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр[7].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads