Немкова Татьяна Ивановна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Немкова Татьяна Ивановна (22 ноябрь 1937 йыл — 9 март 2012 йыл) — Белорет металлургия комбинатының 5-се ҡорос сым-арҡан етештереү цехы эшсеһе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. КПСС-тың 24-се съезы делегаты (1971). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Remove ads
Биографияһы
Татьяна Ивановна Немкова 1937 йылдың 22 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Үҙән ауылында тыуған. Урта белемле.
1956 йылдың июлендә Белорет металлургия комбинатының 5-се ҡорос сым-арҡан етештереү цехында эшләй башлай, артабан металлокорд етештереүҙе үҙләштерә, тағатылмаусы арҡан, ышаныслыраҡ ныҡлыҡ биргән 0,18 һәм 0,27 мм диаметрлы сымдан металлокорд етештереү технологияларын үҙләштереүҙә ҡатнаша.
1981 йылда 25-се профессиональ-техник училищеға производствоға өйрәтеү мастеры итеп күсерелә.
1992 йылда хаҡлы ялға сыға, Белорет ҡалаһында йәшәй. 2012 йылдың 9 мартында вафат була.
Белорет ҡалаһы муниципаль архивында, шәхси сығышлы фондта, Т. И. Немкованың шәхси архивынан документтар һаҡлана. Шәхси сығышлы фондта һаҡланған 14 берәмектә, Т. И. Немкованан тыш, Социалистик Хеҙмәт Геройы С. Х. Мөхәмәтдинованың, тыуған яҡты өйрәнеүсе А. И. Дмитриевтың, металлургия комбинатының элекке директорҙары В. М. Овчаренко һәм П. П. Осетровтың, тарих фәндәре кандидаты Л. Г. Борозинецтың, ҡаланың Почетлы гражданы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ф. К. Сөләймәнованың документтары һаҡлана[1].
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Биш йыллыҡ пландарҙы һәм ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә өлгәшкән юғары производство ҡаҙаныштары, предприятиела күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн, Т. И. Немкова Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971), I (1986), II (1981), III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads