Николаев Василий Семёнович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Николаев Василий Семёнович (3 апрель 1907 йыл — 29 декабрь 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, механизацияланған бригаданың мотоуҡсылар батальоны пулемётсыһы, гвардия рядовойы. 1942 йылдан ВКП (б) ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Василий Семёнович Николаев 1907 йылдың 3 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Семёнкин (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Семёнкин)[3] ауылында тыуған.

Сыуаш. Мәктәптә башланғыс белем ала. Һуғышҡа тиклем туған колхозында, ә һуңынан Төньяҡ Осетин АССР-ының Алагир ҡалаһында эшләй. 1941 йылдың июнь айында Алагир хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

Гвардия ҡыҙылармеецы Василий Николаев 1944 йылдың 10 мартына ҡарай төндә Березнеговатое-Снигирёвка операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә.

Демобилизацияланғандан һуң (1945) Төньяҡ Осетин АССР-ында эшләй, 1950 йылдан — Шаран районының Триключинский ауыл Советы рәйесе, «Юность» колхозында бригадир була. Шаран районынан (133-сө Шаран-Баш-Князевский һайлау округы) БАССР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана, 1955 йылдан — Кемерово өлкәһенең Крапивинский районы Баинов ауылында йәшәй[4].

1989 йылдың 29 декабрендә вафат була[5].

Remove ads

Батырлығы

«5-се гвардия механизацияланған бригада пулемётсыһы (3-сө Украина фронтының 28-се армияһы 2-се гвардия механизацияланған корпусы) гвардия ҡыҙылармеец Николаев Василий 1944 йылдың 10 мартына ҡаршы төндә бойороҡ ала: Днепр йылғаһын аша сығырға, уң яҡ ярҙа станковый пулемёт уты менән дошман атакаһын кире ҡағырға, башҡа подразделениеларҙың йылға аша сығыуына ҡамасаулыҡ иткән ут нөктәләрен юҡ итергә.

Бойороҡто үтәп, ҡыйыу пулемётсы үҙе һал төҙөй. Днепрҙың ҡаршы яҡ ярына сығып, унда пулемётын урынлаштыра, һәм ике сәғәт дауамында дошманға ярға яҡынлашырға мөмкинлек бирмәй, өс тиҫтәнән артыҡ гитлерсыны юҡ итә. Килеп еткән батальон менән бергә һөжүм итеп, Николаев беренселәрҙән булып Украинаның Херсон өлкәһендәге Берислав ҡалаһына бәреп инә, пулемёт уты менән подразделениегә хәрби бурысты үтәүгә булышлыҡ итә».

1944 йылдың 3 июнендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия рядовойы Николаев Василий Семенович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены менән «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 5972) тапшырыла.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Советтар Союзы Геройы (03.06.1944)[6].
  • Ленин ордены (03.06.1944).
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[7].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (18.10.1943)[8].
  • Миҙалдар.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads