Октябрь районы (Дондағы Ростов)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Октябрь районы — Дондағы Ростов ҡалаһында 1937 йылдың авгусында нигеҙ һалынған.

Ҡыҫҡа факттар Дондағы Ростов, Тәүге телгә алыу: ...

Ҡаланың Совет, Ленин, Киров, Ворошилов райондары һәм Ростов өлкәһенең Мясниковский районы менән сиктәш. 49,5 квадрат километр майҙанды биләй.

Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

Халыҡ һаны 153,8 мең кеше тәшкил итә, халыҡ тығыҙлығы бер квадрат километрға 3469 кеше.

Социаль хәле буйынса: эшләүсе халыҡ — 77 528 кеше, пенсионерҙар — 35 639 кеше (шул иҫәптән 100 йәшкә еткәндәр — 3 кеше), 7 йәшкә тиклемге балалар — 7202, уҡыусылар — 17 137, студенттар — 14 134, хеҙмәткә яраҡлы йәштәге инвалидтар — 3 104 кеше (шул иҫәптән эшләй — 944 кеше), эшһеҙ, мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тора — 969 кеше.

Милли составы

Халыҡ һаны милли составы буйынса: урыҫтар — 86 %, украиндар — 5 %, әрмәндәр — 3 %, белорустар — 1 %, башҡа милләттәр — 5 %.

Remove ads

Фән һәм мәғариф

  • 6 ғилми-тикшеренеү институты, шуларҙың икәүһе — «СевкавНИПИагропром» һәм «Педиатрия һәм акушерлыҡ ғилми-тикшеренеү институты» Рәсәйҙең бөтә көньяҡ территорияһында үҙ эшмәкәрлеген алып бара;
  • 3 юғары уҡыу йорто, уның көндөҙгө бүлегендә 13831 студент уҡый, шул иҫәптән сит илдән — 121 кеше
  • 2 техникум — 1099 студент
  • 3 училище — 1417 уҡыусы
  • 3 һөнәри училище — 1405 уҡыусы
  • 16 дөйөм белем биреү мәктәбе — 11799 уҡыусы (шул иҫәптән — бер интернат-мәктәп)
  • 2 гимназия — 938 уҡыусы
  • 27 мәктәпкәсә учреждение — 3363 бала.
Remove ads

Дауалау-профилактика учреждениелары

  • Дауахана — 1 (БДСМП — 1) 1250 урынлыҡ
  • Поликлиника — 6, сменаһына 2400 кеше ҡабул итә, шул иҫәптән 3 балалар поликлиникаһы, сменаһына 700 бала ҡабул итә ала.
  • Аптека һәм аптека пункттары һәм павильондар — 82
  • 2 шифахана («Өмөт» һәм «Ростов») һәм 2 профилакторий (Ростов дәүләт бәйләнеш юлдары университеты — РГУПС һәм Дон дәүләт техник университеты — ДГТУ янында)

Спорт һәм мәҙәниәт

  • Китапхана — 8, уртаҡ 391 мең дана китап фонды
  • Мәҙәниәт һарайҙары һәм клубтар — 3, 1950 ултырыу урыны
  • Йөҙөү бассейны — 5
  • Спортзал — 30
  • Стадион — 1
  • Балалар майҙансығы — 108 (шул иҫәптән ихатала — 84, мәктәптә — 24)
  • Уҡсы тир — 3

Ял һәм иҫтәлекле урындары

Thumb
Военвед сауҙа үҙәге
  • Ростов зоопаркы — Рәсәйҙең өс эре зоопаркы иҫәбенә инә. Уның коллекцияһында хайуандарҙың 450 төрө бар, шуларҙың 102-һе «Ҡыҙыл китапҡа» индерелгән.
  • И. М. Трофименко табыш йорто
  • Парктар — 3
  • Студенттарҙың ял парктары һәм скверҙар — 6
  • Дондағы Ростов радиоэлемтә фәнни-тикшеренеү институты — РНИИРС ял базаһы
  • 1993 йылда реконструкцияланған һәм яңынан эшләгән Иверский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, уға 1903 йылда нигеҙ һалынған
  • Чуковский исемендәге скверҙа католиктар сиркәүе
  • Һәйкәл һәм иҫтәлекле билдәләр — 12
  • Мемориаль таҡта — 10
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads