Поливанова Мария Семёновна
Советтар Союзы Геройы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Поливанова Мария Семеновна (24 октябрь 1922 йыл — 14 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған снайпер. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Remove ads
Биографияһы
Мария Семёновна Поливанова хәҙерге Тула өлкәһенең Алексин районындағы Нарышкино ауылында тыуған.
Урта белемле. Мәскәүҙә «Оргавиапром» ғилми-тикшеренеү институтында (хәҙер — Авиация технологиялары милли институты, НИАТ) эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән снайперҙар курсына уҡырға инә. 1941 йылдың октябренән 3-сө Мәскәү коммунистик дивизияһы составында Мәскәү янындағы алыштарҙа ҡатнаша.1942 йылдың ғинуарынан алып — 528-се уҡсылар полкында (Төньяҡ-Көнбайыш фронттың 1-се удар армияһы 130-сы уҡсылар дивизияһы). Хеҙмәт иткән осорҙа бер нисә тиҫтә дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә, снайпер взводының яугирҙарын снайпер оҫталығына өйрәтә.
1942 йылдың 14 авгусында Новгород өлкәһенең Парфин районындағы Сутоки ауылы янында әхирәте, Өфө ҡыҙы Наталья Ковшова менән дошманға ҡаршы һуңғы патронға тиклем атыша. Һуңғы гранаталары менән ҡыҙҙар уларҙы ҡамап алған дошман һалдаттары менән бергә үҙ-үҙҙәрен дә шартлатар[1].
Новгород өлкәһенең Старая Русса районындағы Коровитчино ауылында ерләнгән[2].
«Советтар Союзы Геройы» исеме үлгәндән һуң 1943 йылдың 14 февралендә бирелә[3].
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
- Советтар Союзы Геройы (14.02.1943)[3];
- Ленин ордены (14.02.1943);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (13.08.1942)[4].
Хәтер
- Хәрби частың исемлегенә мәңгегә индерелгән.
- Геройҙың исемен Мәскәү, Алексин, Сорғот, Старая Русса, Марево, Залучье һәм Севастополь ҡалаларындағы урамдар йөрөтә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads