Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Санкт-Петербург институты

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Санкт-Петербург институты — 1937 йылдың 26 сентябрендә нигеҙләнгән, Федераль именлек хеҙмәте өсөн офицер кадрҙарын әҙерләү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнгән юғары-хәрби уҡыу йорто.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...

Remove ads

Төп тарихы

1937 йылдың 26 сентябрендә СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары һәм СССР НКВД-һы бойороғо менән Ленинград ҡалаһында Дәүләт именлеге баш идаралығы системаһында дәүләт именлеген органдары өсөн оператив хеҙмәткәрҙәр әҙерләү буйынса СССР НКВД-һының Дәүләт именлеге баш идаралығында (ГУГБ) Ленинград махсус мәктәбе ойошторола. 1942 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ленинград блокадаһы осоронда мәктәптең төп уҡытыусылар составы СССР НКВД-һы ГУГБ-ның махсус подразделениелары өсөн кадрҙарҙы һәм Ленинград фронтындағы «Смерш» контрразведка баш идаралығы хәрби контрразведканың оператив хеҙмәткәрҙәрен өйрәтеүгә иғтибар йүнәлтә[1].

1946 йылдан Ленинград махсус мәктәбендә, 1946 йылдан — Дәүләт именлеге министрлығында дәүләт именлегенең территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре уҡый. 1952 йылда СССР Дәүләт именлеге министрлығы бойороғо буйынса Ленинград махсус мәктәбе Дәүләт именлеге министрлығының 401-се мәктәбе тип алата, 1953 йылдан — СССР Эске эштәр министрлығы, 1954 йылдан — СССР Министрҙар советы ҡарамағындағы КГБ тип атала[1].

СССР Министрҙар советының 1984 йылдың 9 июлендәге ҡарары һәм СССР КГБ-һының бойороғо менән 401-се мәктәп базаһында СССР КГБ-һының Ленниград юғары мәктәбе асыла. 1992 йылдан — Именлек министрлығына ҡарай, 1993 йылдан — Федераль контрразведка хеҙмәтенә. Курстар тышҡы күҙәтеү өлкәһендә квалификациялы оператив кадрҙар ҙәерләү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнә, уҡыу ваҡыты бер йыл бул[2][1].

1995 йылдың 20 февралендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән РФ Федераль контрразведка хеҙмәтенең юғары курстары Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең Санкт-Петербург квалификацияны күтәреү һәм кадрҙар әҙерләү институты тип үҙгәртелә[3]. 2007 йылдың 11 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары институт Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Санкт-Петербург институты тип үҙәгәртелә һәм юғары хәрби белем биреү йорто булып китә[1].

Remove ads

Етәкселәре

  • 19541964 — полковник А. Г. Товстуха
  • 19641970 — генерал-майор П. П. Волков
  • 19721985 — генерал-майор А. К. Зайцев
  • 19851987 — генерал-майор А. И. Комаров[2]
  • 19952018 — генерал-майор Лавров Игорь Константинович
  • 2018 йылдан — генерал-майор А. С. Дорожка

Билдәле тамамлаусылар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads