Сербияла ислам

From Wikipedia, the free encyclopedia

Сербияла ислам
Remove ads

Ислам дине — Сербиялағы традицион диндәрҙең береһе, уның территорияһында күп быуаттар буйы йәшәп килә. Сербия мосолмандары башлыса ислам диненең иң ҙур ағымы — сөнни инаныслылар. 2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Үҙәк Сербия һәм Воеводинала 240 000 тирәһе мосолман йәшәй, йәғни ул биләмәләрҙәге халыҡтың 3,2%-ы. Иң күп мосолман йәшәгән төбәк — Косово, әммә уларҙың һанын крайҙағы тотороҡһоҙ хәл арҡаһында теүәл иҫәпләүе ауыр. Традицион рәүештә ислам инаныслылар — бошняктар (босняктар) һәм албандар.

Thumb
Мәсет Призрен, Косово һәм Метохия
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт ...
Remove ads

Тарихы

Thumb
Байраҡлы мәсете (Белград)

Сербия территорияһында XIV—XV быуаттарҙа Ғосман империяһының киңәйә барыуы менән бергә ислам да киң тарала башлай. Урта быуаттарҙа Сербия Ғосман империяһына ҡушылғандан бирле ислам бында иң ҙур дин булып тора. Күп славяндар ислам динен ҡабул итә (исламлаша), шулай уҡ көнсығыштан бында төрөктәр һәм башҡа мосолман халыҡтары күсеп килә.

Төрөк сәйәхәтсеһе Әүлиә Челеби мәғлүмәттәренә ярашлы, 1660 йылда Белградта 98 мең кешенән мосолман түгелдәр—21 000, ә 77 меңе мосолман булған[1].

XIX быуатта Сербияны Төркиә хакимлығынан азат итеү барышында территориянан мосолмандар ҡыуыла, ә мәсеттәр емерелә.

Remove ads

Географияһы

Үҙәк Сербияла һәм Воеводинала 190-дан ашыу мәсет бар, шуларҙың 120-гә яҡыны — Санджакта, 60-ы — Көньяҡ Сербияла һәм берәр — Белградта (Байраҡлы мәсете), Мали-Зворникта һәм Суботицала урынлашҡан. Шулай уҡ Нови-Пазар һәм Белградта ике мәҙрәсә бар.

Сербия округтары буйынса мосолмандар (2002 халыҡ иҫәбен алыу)

Thumb
Сербия округында мосолман халҡы өлөшө (2002)
Ентеклерәк мәғлүмәт Округа, Мосолмандар һаны, кеше ...

Сербия общиналары буйынса мосолмандар (2002 халыҡ иҫәбен алыу)

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Община ...

Сербияның дүрт общинаһында 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу барышында ислам динле бер кем дә теркәлмәгән:


  • Любовия — Мачванский округы
  • Жагубица — Браничевский округы
  • Косьерич — Златиборский округы
  • Гаджин-Хан — Нишавский округы
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads