Теберда

Рәсәйҙәге ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia

Теберда
Remove ads

Теберда (ҡарас.-балҡ. Теберди́) — Рәсәй Федерацияһы Ҡарасай-Черкес Республикаһындағы курорт-ҡала. Ҡарасай ҡала округына инә.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Remove ads

Атамаһы

Теберда йылғаһы исеме менән аталған һәм уның үҙәнендә урынлашҡан.

Географияһы

Thumb
Ҡаланың тирә-яғы

Климаты тау рельефы, ярайһы уҡ түбән атмосфера баҫымы, интенсив ҡояш радиацияһы, аҙ ғына болотло, сағыштырмаса йылы ҡыш һәм һалҡын йәй менән билдәләнә. Иң һалҡын айҙың — ғинуарҙың уртаса температураһы −2,3 градус, июлдә һәм августа 15,5 градус. Бында ҡояшлы ваҡыт йылына 2200 сәғәткә етә.

Тарихы

1868 йылда ҡарасай ауылы булараҡ нигеҙ һалына. Беренсе булып Ожай Байчоров ырыуынан 40 ғаилә була, шуға күрә ауыл бер ни тиклем ваҡыт уның фамилияһы менән Байчораланы-Къабакъ (Байчораланы-Ҡабаҡ) тип атала, икенсе өлөшө тап «ауыл, торама» тигәнде аңлата. Ваҡыт үтеү менән халыҡтың байтаҡ өлөшөн башҡа ырыу вәкилдәре тәшкил итә башлай, һәм Теберда йылғаһы буйында урынлашыуы менән бәйле, тәүге атамаһы гидронимға алмаштырыла[2].

1925 йылда туберкулезға ҡаршы беренсе шифахана асыла. Һуңғараҡ күп һанлы ял йорттары һәм шифаханалар ойошторола.

1941 йылдың 15 июлендә край башҡарма комитеты ҡарары менән 32395 койкаға иҫәпләнгән 65 эвакогоспиталь урынлаштырыла, Шуларҙан: Кисловодскиҙа — 15 945, Ессентукиҙа — 5715, Пятигорскиҙа — 4690, Железноводскиҙа — 3090, Тебердала — 280, край райондарында — 2675 койка[3].

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 февралендәге Указы менән Теберда курорт ҡасабаһына ҡала статусы бирелә[4].

Халҡы

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылдың 1 октябренә ҡала халыҡ һаны буйынса Рәсәй Федерацияһындағы 1117 ҡаланың 944-се урынында була

Милли составы

2002 йылғы[5] һәм 2010 йыл[6]Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы :

Ентеклерәк мәғлүмәт Халҡы, Һаны, кеше (2002) ...
Remove ads

Туризм һәм ял

Thumb
Теберда тарлауығында

Курорт Теберди ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан, ҡалала ҡурсаулыҡҡа арналған музей экспозицияһы бар.

Ҡала — климат-бальнеологик дауалау үҙәге. Бында бер нисә туристик база һәм шифахана урынлашҡан.

Йәйәүлеләр туризмы популяр. Маршруттар күп, шул иҫәптән махсус әҙерлек һәм кәрәк-яраҡтар талап ителмәгәндәре бар, мәҫәлән, матур тәбиғәтле Бадук күлдәре .

Топографик карталар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads