Торатау

From Wikipedia, the free encyclopedia

Торатауmap
Remove ads

Торатау (шәжәрәләрҙә Турағ тағ) — Стәрлетамаҡ ҡалаһынан көнсығышта ҡалҡып торған һоҡланғыс тауҙарҙың береһе. Икенсе төрлө шихан тип тә атайҙар.

Ҡыҫҡа факттар Тау һырты, Дәүләт ...

Thumb
Торатау

Торатау — боронғо замандарҙа хандар нығытмалары, шул иҫәптән «башҡорт халҡына билистиҡлал хан улмыш» Торахандың пайтәхете, ставкаһы торған урын. Шәжәрәлә, легендәләрҙә хәбәр ителгән был мәғлүмәт бөтәһенән элек башҡорт халҡының урта быуаттарҙағы тарихы, топонимикаһының серҙәре.

Remove ads

Этимологияһы

Торатау оронимының этимологияһы былай. Уның тәүге компоненты — тора (элекке башҡорт яҙмаларында һәм боронғо төрки телендә тура) һүҙен тарихи-лингвистик планда былай: 1969 йылда бик ҡиммәтле хеҙмәт — Боронғо төрки һүҙлеге баҫылып сыға. Был лөғәттә тура урыҫса «укрепление, жилище, крепость» тигән һүҙ. Тимәк нығытма. Икенсе компонеты — тау.(Рәшит Шәкүр. Исемдәрҙә ил тарихы. Өфө, 1993 й. 255 б.)

Remove ads

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Бейеклеге — ҡоро ер өҫтөнән 280 метр булһа, Ағиҙел йылғаһы кимәленән 275 метр. Ә океан кимәленән абсолют бейеклеге 406 метр. Тауҙың кес кенә биләмәһендә 100 артыҡ төр үҫемлек үҫә. Тауҙың көнбайыш һәм көньяҡ -көнбайыш яғының өҫкө өлөшөндә бер нисә тау тишеге(мәмерйә) бар. Итәгендә «Туғарсалған» күле бар.

Башҡа шихандар кеүек үк, Торатау Тропик диңгеҙҙә һуңғы полезой риф массаларынан 230 млн йыл элек барлыҡҡа килгән.

Remove ads

Тарих

Торатау — Юрматы ырыуының изге тауы. Борон Торатау эргәһендә «Туғарсалған» күле янында йөрөү тыйылған. Ул урындарҙа дини йолалар үткәрелгән. Легендаларҙа әйтелеүенсә, Торатау мәмерйәләренең береһенә Диафетты (ул һылыуҡай булған) ҡаты бәғерле атаһы бикләп ҡуйған. Сөнки ул урыҫ сардарҙары менән ҡасмаҡсы булған. Мәмерйә ҡапҡаһын ҙур йылан һаҡлаған.

Сталин хакимлыҡ иткән осорҙа тау итәгендә "ГУЛАГ"тың бер зонаһы булған, унда рецидивист ҡатындар тотолған[1][2]. Әлеге ваҡытта барактарҙың диуарҙары һаҡланып ҡалған.

Торатау парапланеристтарҙың күнекмә урыны булыуы менән дә билдәле.

Thumb
Көнбағыш баҫыуы, болоттар һәм Торатау

.

2008 йыл — шорт-лист проектында «Рәсәйҙең ете мөғжизәһе» иҫәбендә (Шихан булараҡ) билдәләнгән[3]

Торатауға ҡағылышлы хәлдәр

Торатау һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен әҙер сеймал булараҡ ҡыҙыҡһындыра. Шундай уҡ ҡурҡыныс Йөрәктауға ла янай. «Торатау шиханын һаҡлайбыҙ» формаль булмаған йәмғиәт башланғысы ҡултамғалар йыйыуҙы ойошторҙо. Рәсәй Федерацияһы Президентына мөрәжәғәтнамә ебәреп, Торатауҙы эшкәртеүҙе тыйыуҙы һәм уның янында зоповедник асыуҙы һораны.

  • Торатауҙан айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусын алыу өсөн хоҡуҡ нигеҙ юҡ, тип белдерҙе Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев[4].
  • Рөстәм Хәмитов: Торатау менән Йөрәктауҙан тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыу өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 13 ноябрь[5].
  • Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов 2010 йылдың 10 октябрендә үҙенең блогында Торатауҙы сеймал булараҡ эшкәртмәйәсәкбеҙ, тип яҙҙы.
Remove ads

Мәҙәниәттә һәм сәнғәттә

Әҙәбиәттә

Сәсмә әҫәрҙәр

Поэмалар

Шиғырҙар

Пьесалар

Музыкала

Йырҙар

Remove ads

Галерея

Thumb
Thumb
Thumb
Thumb


Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads