Утарбай

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Утарбай (рус. Утарбаево) — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл. Ивановка ауыл советына ҡараған.

Этимологияһы

Атамаһы — Утарбай Солтангәрәевтың (1785—?) исеменән.

Географик урынлашыуы

Һаҡмар йылғаһы буйында, район үҙәге Аҡъяр ауылынан көнбайышҡа табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған.

Ауыл эргәһендә боронғо кешеләр тарафынан һынташ ҡуйылған.

Тарихы

Үҫәргән ырыуы башҡорттары, Ултыраҡ ауылы кешеләре тарафынан үҙ аҫаба ерҙәрендә — Һаҡмар йылғаһы буйлап яңы ауылға нигеҙ һала. Ауыл был төйәккә тәүге күсеп ултырыусы Утарбай Солтангәрәевтың (1785—?) исеме буйынса аталған.

Башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1795 йылдан билдәле. Рәсми рәүештә 1858 йылда нигеҙләнгән: Башҡорт Ғәскәре баш командующийының 1858 йылдың 1 июнендәге 11442-се приказына ярашлы, Ултыраҡ ауылында 10 йортта йәшәүселәр Һаҡмар йылғаһы буйлап үрҙәрәк яңы Утарбай ауылына күсерелгән. Яңы ауылға Утарбай Солтангәрәй улы Торомтаевтың ғаиләһе һәм уның ҡатыны Ҡаныш Тимербаева (1794-?), улдары указлы имам Бәҙәмша (1827-?; ҡатыны Ғәзизә Әхмәтова менән), Шаһимөхәмәт, урядник Шәмсетдин (1831-?), Мөхәмәтсадиҡ күскән. Бынан тыш Утарбай ауылына Мөхәмәтйән Ҡанбирҙе улы Торомтаев (1813-?), уның улдары Хафизйән һәм Мәрйән; Мөхәмәтша Йылҡыбай улы Торомтаев һәм уның улы Дәүләтша; Зәйнәғәбдин Йылҡыбай улы һәм Муллагилде Йылҡыбай улы Торомтаевтар; Рәхмәтулла Иленбай улы Азаматов; Ҡаратал Ишбулды улы Азаматов; Мөхәмәткәрим Юрта улы һәм уның улы Мырҙагилде Мөхәмәткәрим улы Азаматов (1820-?); Ғөбәйҙулла һәм Сәйетғафар Азаматовтар күсенгән. Шул уҡ ваҡытта Утарбайҙан Бикбау ауылына 20 йорт күсерелгән - Бүләковтарҙың 7 ғаиләһе, Атановтарҙың 8 ғаиләһе, шулай уҡ Батисовтар, Батыровтар һәм Карпиевтар. 1859 йылда Утарбайҙа ауыл начальнигы булып Мырҙагилде Мөхәмәткәрим улы Азаматов (1820-?) хеҙмәт иткән[1].

1866 йылда 38 йортта 207 кеше йәшәгән.

1900 йылда ауылда 280 кеше йәшәгән, бында мәсет һәм уның ҡарамағында мәктәп булыуы теркәлгән.

Утарбай, Бикбау һәм Нурмөхәмәт (Нур) ауылдары кешеләре 1928 йылда Аҡташ ауылына нигеҙ һалған.

1930-сы йылдарҙан ауыл халҡы «Йәш быуын» колхозында, 1959 йылдан Ленин исемендәге колхозда эшләгән.

1963 йылдан һуң юҡҡа сыҡҡан.

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
1859186619001917192019391959
320207280500379145193

Билдәле шәхестәре

  • Мөхәмәтғәле Утарбаев (?—?) — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Утарбай Солтангәрәев (1785—?) — урядник. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Аслаева Гөлсирә Сәлих ҡыҙы (1950) — педагог.
  • Атанов Ҡорбанғәле Хөсәйен улы (1918—2005) — педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1961).
  • Торомтаев Иҙрис Ғәлим улы (1902—1959) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
  • Торомтаев Йәүҙәт Мифтах улы (1949) — хоҡуҡ белгесе. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы (1997).
  • Торомтаев Наил Мәүләмбирҙе улы (1953) — табип. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (2002).
  • Торомтаев Сәмиғулла Иҙрис улы (1924—1989) — партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре.
  • Усманова Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы (1930—2015) — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads