Фролов Александр Павлович
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Фролов Александр Павлович (27 сентябрь 1921 йыл — 10 октябрь 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1965).
Remove ads
Биографияһы
Александр Павлович Фролов 1921 йылдың 27 сентябрендә Тамбов өлкәһе Мичурин районының Заворонежское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 9-сы синыфты һәм аэроклубты тамамлай.
1940 йылда Тамбов өлкәһе Мичурин район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1941 йылда Чугуев хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың сентябренән хәрәкәт итеүсе армияла.
659-сы истребителдәр авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары (288-се истребителдәр авиация дивизияһы, 17-се һауа армияһы, 3-сө Украин фронты) капитан Фролов Александр 1945 йылдың февраленә 475 хәрби осош яһай һәм һауа һуғышында шәхсән дошмандың 13 самолетын, төркөмдә 7 самолетын бәреп төшөрә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 6 майындағы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Фролов Александр Павловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 10680) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
1945 йылдан майор А. П. Фролов — запаста. 1952 йылда ул педагогия институтын тамамлай. Башҡортостанға күсеп килгәс, Әлшәй районының Казанка ауылында йәшәй, «Ҡыҙыл» игенселек совхозында партбюро секретары булып эшләй, 1965—1985 йылдарҙа Казанка урта мәктәбе директоры була.
1994 йылдың 10 октябрендә вафат була.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (06.05.1965);
- Ленин ордены (06.05.1965);
- өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (21.03.1943[2]; 06.03.1944[3]; 30.05.1944[4]);
- Александр Невский ордены (20.09.1944)[5];
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (18.03.1943)[6];
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[7];
- миҙалдар.
Хәтер
- Казанка ауылының мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Әлшәй районының Раевка ауылында Герой исеме менән бер урам аталған[8].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads