Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы (25 октябрь 1945 йыл6 ғинуар 2022 йыл) — тел ғалимы-төрҡиәтсе. 1975—2022 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2009 йылдан татар филологияһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2001), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Remove ads

Биографияһы

Алмас Ғәлимйән улы Шәйхулов 1945 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Туймазы эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының республика әһәмиәтендәге Туймазы ҡалаһы[2]) тыуған[4].

1963 йылда Мәжит Ғафури исемендәге урта мәктәпте Маҡтау грамотаһы менән тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Туймазы геофизик ҡорамалдар һәм аппаратуралар заводында электр слесары булып башлай.

1964—1965 йылдарҙа райондың Түбәнге Бишенде ауылындағы киске мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының татар—рус бүлегенә уҡырға инә. 1975 йылда университетты тамамлай[5] һәм, юғары белемле белгес булараҡ, йүнәтмә буйынса Туймазы ҡалаһы 7-се урта мәктәбенең өлкән синыфтарында ике йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1972—1975 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Тел белеме институтының Төрки һәм монгол телдәре секторы аспирантураһының көндөҙгө бүлегендә уҡый.

1975 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй: 1980 йылға тиклем филология факультетының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһында ассисент була, 1980—1985 йылдарҙа — өлкән уҡытыусы, 1985—2001 йылдарҙа доцент вазифаларын башҡара. 2001 йылдан — профессор вазифаһында. 2010 йылда Алмас Шәйхулов татар филологияһы һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире итеп һайлана һәм бөгөн дә ошо вазифала эшләй[3]. Ул шулай уҡ БДУ-ның Ғилми советы ағзаһы[6].

Ғалим бер үк ваҡытта «Волга—Кама—Урал этнолингвистик төбәгенең төрки, монгол, фин-уғыр һәм һинд-европа (славян) халыҡтарынын рухи мәҙәниәте» вуз-ара ғилми-тикшеренеү (уҡыу-уҡытыу) лабораторияһы мөдире[7].

Профессор А. Ғ. Шәйхулов «Донъяның әйҙәүсе тел ғилеме белгестәре» (рус. «Ведущие языковеды мира», М., 2000) һәм «Урал—Алтай (төрки—монгол) тел ғилеме» (рус. «Урало-Алтайское (тюрко-монгольское) языкознание»; М., 2001) тигән халыҡ-ара лингвистик энциклопедияларға индерелгән[8].

Юғары мәктәп һәм фән ветераны 2022 йылдың 6 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[9].

Remove ads

Фәнни эшмәкәрлеге

Аспирантурала уҡығанда Алмас Шәйхулов профессор Николай Баскаков етәкселегендә «Төрки сығышлы татар һәм башҡорт шәхси исемдәре» тигән диссертация яҙа һәм, уны билдәләнгән срокта — 1978 йылда уңышлы яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. Ул үҙенең диссертацияһында СССР-ҙың төрки тел белемендә тәүге тапҡыр төрки сығышлы шәхси исемдәрҙең дөйөм һәм айырма үҙенсәлектәрен билдәләүҙең методологик нигеҙҙәрен эшләй[8].

1996—2000 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр Академияһы Тел белеме институтының Урал-Алтай телдәре бүлегендә академик Эдгем Рәхим улы Тенишев етәкселегендә докторантура үтә. 2001 йылда ошо институттың Ғилми советында «Структура и идеографическая парадигматика односложных корневых основ в кыпчакских языках Урало-Поволжья в континууме ареальной, межтюркской и общетюркской лексики (синопсис и таксономия когнитивной сферы / Природа (живая и неживая)» исемле тема буйынса «филология фәндәре докторы» тигән ғилми дәрәжәгә диссертация яҡлай[10].

Профессор А. Ғ. Шәйхулов 2013 йылдың октябрендә М. К. Амосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты (Якутск ҡалаһы) ректоры менән осрашыуында СССР-ҙа беренселәрҙән булып ойошторолған Урал-Волга буйы төбәгендә йәшәүсе төрки халыҡтарының тел байлығын өйрәнеү менән шөғөлләнгән буйынса студенттарҙың вуз-ара ғилми-тикшеренеү лабораторияһы базаһын тюркология һәм алтаистика өлкәләрендә ҡулланырға тәҡдим итте[11].

Remove ads

Ғилми хеҙмәттәре

Remove ads

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Алмас Ғәлимйән улы Шәйхулов төрлө фәнни советтар, йәмәғәт ойошмалары, гәзит-журналдарҙың редколлегия ағзаһы, шул иҫәптән:

  • Башҡорт дәүләт университетының филология фәндәре буйынса «Д 212.013.06» тип исемләнгән Диссертация советы ағзаһы[13].
  • Тобол дәүләт педагогия университетының Диссертация советы ағзаһы[8][14].
  • Ҡаҙағстанда нәшер ителгән «Алтаистика и тюркология» фәнни журналдың редколлегия ағзаһы[8].
  • «Вестник Чувашского государственного педагогического университета им. И.Я. Яковлева» журналының (Сыуашстан, Чебоксар ҡалаһы) редакция коллегияһы ағзаһы[15].
  • Мәжит Ғафури исемендәге йәмәғәт мәҙәниәт фондының совет ағзаһы[16].
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғалим ваҡытлы матбуғатта

  • Нуретдинов А. Бәрәкәтле мөхиттә шытҡан орлоҡтар «Башҡортостан» гәзите, 2015, 24 октябрь[17].
  • Якимчук Р., Шейхвильданова Ф. Плеяда учёных и педагогов—филологов. Межрегиональная информационно-рекламная газета «Деловой МИР Башкортостана», 2015, январь-февраль, № 176[5]. (рус.)
  • Поварисов С. Белем оҗмахында аткан чәчәкләр. «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2014, 27 декабрь (тат.)[18].
  • Хәбибуллин Ф. Әйдә, халыкка хезмәткә! (Алмас Шәйхулов менән әңгәмә). «Ҡыҙыл таң» гәзите, 2010, 21 октябрь.  (тат.)
  • Фәхретдинова А. Алмас Шәйхулов: «Максатыбыз: Идел-Урал буенда яшәүче халыкларның телләре, мәдәниятләре арасындагы бәйләнеш үзенчәлекләрен ачып бирү». «Татар-информ», 2007, 2 октябрь.  (тат.)
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads