Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шәрәфетдинов Дамир Молҡаман улы (Дамир Шәрәфи — псевдоним; 29 май 1965 йыл — 21 февраль 2020 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе[1]. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы (2000), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012).
Remove ads
Биографияһы
Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдинов 1965 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ы Белорет районының Көмбә ауылында тыуған.
- 1982 йылда Инйәр урта мәктәбен тамамлай.
- 1987 йыл — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Орёл өлкәһенә зоотехник итеп эшкә ебәрелә.
- 1989 йылдан — журналистикала: Белорет районының «Урал» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, «Йәшлек», «Шоңҡар», «Аманат», «Тамаша», «Сельские узоры» республика баҫмаларында яуаплы секретарь вазифаларын башҡара.
һуңғы йылдарҙа «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе.
Әҙип 2020 йылдың 21 февралендә Өфө ҡалаһында көтмәгәндә вафат булды[2].
Remove ads
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Өсөнсө мөҙҙәт Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең шиғриәт секцияһы секретаре вазифаһын башҡара.
- Ике йыл Башҡортостан радиоһының музыкаль тапшырыуҙар редакцияһының ижади советы ағзаһы була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.
- Башҡортостан Хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙы
- Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары идаралығының Маҡтау ҡағыҙы
- Башҡортостандың Мәғариф отличнигы
Ҡаҙаныштары
- Башҡорт яҙыусылары араһында беренселәрҙән булып «Стихи.ру» интернет-порталында үҙ битен булдыра, электрон шиғыр китабы сығара.
- Төрки телле шиғырҙарҙы рус теленә тәржемә итеү буйынса «Аҡ торна» халыҡ-ара конкурс лауреаты (2011)
- Күп һанлы республика баҫмаларының йыл лауреаты
- Башҡорт авторҙарының проза әҫәрҙәренең руссаға тәржемәләре төрлө Бөтә Рәсәй конкурстарында еңеү яулай ..
Китаптары
- «Икеләнеү». Шиғырҙар. — Өфө, «Китап», 1993.
- «Йөрәктәге ташыу-ҡайтыуҙар». Шиғырҙар. — Өфө, 2003.
- «Йәшел байлыҡ. Аяҡ аҫтындағы ризыҡ». — Өфө, «Китап», 2012.
- «Таулы төбәк — беҙҙең төйәк. Иҙел башы тураһында бәйән». — Өфө. 2013.
- «Көн башы һуҡмаҡтары. Тропинки рассвета». Башҡортса-русса. Повесть. — Өфө, «Инеш». 2015.
- «Төнгө усаҡ». Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө, «Китап», 2015.
- «Инйәр улы». Шиғырҙар. -Өфө, Китап, 2022 (вафатынан һуң).
Remove ads
Әҙип ваҡытлы матбуғатта
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads