Яманйылға (ҡала)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Яманйылға (ҡала)
Remove ads

Яманйылға - рус. Еманжели́нск— (ҡала 1770 йылда нигеҙләнгән, ҡала статусын 1951 йылда алған), Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Яманйылға районында урынлашҡан ҡала, административ үҙәк. «Оло Силәбе» агломерацияһы составына инә.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...

Thumb
Яманйылға күренеше

Ҡала Көньяҡ Уралда, Силәбенән 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Remove ads

Тарихынан

Яманйылға нығытмаһы Яманйылға ярында Ырымбур губернаторы ордеры буйынса 1770 йылда Яманйылған тигән казактар ауылы урынында һалынған.Ә ауыл шунан бер йыл элек кенә нигеҙләнгән булған.

1930—1931 йылдарҙа ошо яҡта күмер ятҡылығы табылыу сәбәпле Яманйылға күмерселәр ҡасабаһына әүерелгән. 1951 йылдың 25 сентябрендә ҡала статусы бирелгән.

1961 йылда ҡалаға - Зауральский, ә 1962 йылда Красногорский ҡасабалары ҡушыла.

1997 йылда күмер сәнәғәтендә реструктуризация башлана һәм «Батуринская» менән «Куллярская» шахталары ябыла.

2013 йылда Силәбе өлкәһенә метеорит төшкәндә Яманйылғаның бөтә мәктәптәренең тәҙрәләре ватыла.

Remove ads

Этимологияһы

Ҡаланың атамаһы башҡорт телендәге "яман" һәм "йылға" (башҡ. Яман йылға) һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән йылға исеменән барлыҡҡа килгән. (татар. Яман-Җылга, Яман-елга[3],[4].

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[19] ҡалаһы араһында [20] 375-се урында була

Иҡтисады

Шахталар ябылыу сәбәпле ҡалалағы күмер сәнәғәте юҡҡа сыға. Заводтар: механика, ҡатнаш мал аҙығы етештереү, ремонт эштәре. Тегеү фабрикаһы. Төҙөлөш тармағы көрсөккә бирешмәй — кирбес заводы тотороҡло эшләп килә.

Транспорт

Ҡала янынан федераль автомобиль юлы М36 етә, ул европа маршрутына E 123 һәм азия маршрутына AH7инә.

Тимер юл һәм автомобиль станциялары бар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads