Ярмунса

Туймазы районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ярмунса (рус. Ермунчино) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 349 кеше[1]. Бишҡурай ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452793, ОКАТО коды — 80251805004.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Исеме

Ауылдың исеме Ярмунса йылғаһыны исеменән алынған[2].

Тарихы

Ярмунса ауылына ошо уҡ исемле йылға буйында типтәрҙәр ҡатламына күскән яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. Был хәл 1738 йылдың 8 февралендә һәм 1745 йылда Ҡаңлы улусы башҡорттары менән керҙәшлек килешеүе буйынса була. 1795 йылда 26 йортта 184 кеше йәшәгән, 1865 йылда 74 йортта — 514 кеше. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

XVIII быуаттың икенсе яртыһында ауылдан алыҫ түгел Ерекле-Ҡаран йылғаһы буйында Ярмунса баҡыр рудниктары үҙләштерелә[3].

Remove ads

Хәҙерге осор

Ауылда башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар[4].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август1010
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар892
1959 йыл 15 ғинуар703
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар304
2002 йыл 9 октябрь325
2010 йыл 14 октябрь340

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләт — башҡорттар (78 %)[5].

Remove ads

Географик урыны

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 50 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Бишҡурай): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 25 км.

Урамдары

Урам исеме[7]:

  • Ҡабыҡ Күпер урамы (рус. улица Кабык Купер)
  • Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
  • Тау башы урамы (рус. улица Нагорная)
  • Тау башы тыҡрығы (рус. переулок Нагорный)
  • Түбәнге урам (рус. улица Нижняя)
  • Мал зыяраты биләмәһе (рус. территория Скотомогильник)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)


Билдәле шәхестәре

  • Латыпова Земфира Үзбәк ҡыҙы (26.02.1955—24.11.2021), хоҡуҡ белгесе, беренсе класлы судья. 1988 йылдан Башҡортостан Республикаһы Юғары суды судьяһы, 2009 йылдан — Юғары суд рәйесе урынбаҫары, 2018 йылдан — Юғары суд рәйесе вазифаһын башҡарыусы, 2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары суды рәйесе. Судьяларҙың 9-сы Бөтә Рәсәй съезы делегаты (2016). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры[8].
  • Шафиҡов Бәхтегәрәй Сәлимгәрәй улы (15.12.1932) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads