Али ибн Әбү Талип
From Wikipedia, the free encyclopedia
Али (Ғәли) ибн Әбү Талип ибн Ғәбд әл-Моталлип ибн Хашим ибн Ғәбд-әл-Манаф (ғәр. علي بن أبي طالب [ʕaliː ibn ʔæbiː t̪ˤɑːlib]; яҡ. 600 йыл — 24 ғинуар 661 йыл) — атаҡлы сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре [1]; Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ﷺ ике туған ҡустыһы, кейәүе һәм сәхәбә, дүртенсе хаҡ хәлиф (656—661 ) һәм шиғыйҙарҙың беренсе имамы. Идара иткән осорҙа хәҙрәти Ғәлигә Әмир әл-Мөьминин (мөьминдәр юлбашсыһы) исеме бирәләр[1].
Али (Ғәли) ибн Әбү Талип | ||
ғәр. علي بن أبي طالب | ||
| ||
---|---|---|
656 — 661 | ||
Алдан килеүсе: | Усман | |
Дауамсы: | Хәсән (хакимлыҡты Мүәвиә I тартып ала) | |
Дине: | Ислам | |
Тыуған: | 17 март 599({{padleft:599|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) Кәғбә, Мәккә | |
Үлгән: | 24 ғинуар 661({{padleft:661|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (61 йәш) Әл-Куфа, Ғәрәп хәлифәлеге | |
Ерләнгән: | Имам Али мәсете, Ән-Нәжәф (Ираҡ) | |
Династия: | Бану Хашим[d] | |
Атаһы: | Әбү Талип | |
Әсәһе: | Фатима бинт Әсәд | |
Ҡатыны: | 1) Фатима 2) Үмә әл-Бәнин 3) әл-Хәнәфиә | |
Балалары: | 1-се никахтан улдары: Хәсән, Хөсәйен ҡыҙҙары: Үмм Күлсүм һәм Зәйнәб 2-се никахтан улдары: Ғәббәс, Ғүмәр, Жәфәр һәм Усман башҡа ҡатындарынан улдары: Мөхәммәт, Абдулла һәм Әбү Бәкр | |
Автограф: | ||
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәли Ислам ҡабул иткән беренсе бала була; артабан ул Исламдың тәүге йылдарындағы бар ваҡиғаларында һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ Ислам дошмандары менән алып барған барлыҡ яуҙарҙа ҡатнаша. Мин ғилем ҡалаһы булһам, Ғәли ошо ҡаланың асҡысы» — ти торған булған Рәсүл. Хәлиф Усманды фетнә күтәргән һалдаттар үлтергәндән һуң хәҙрәти Ғәли хәлиф булып ҡала. Мүәвиә күтәргән фетнәгә ҡаршы сыға, харижит ҡулынан һәләк була.
Ислам тарихына хәҙрәти Ғәли фәжиғәле яҙмышлы хәлиф булып инеп ҡала[2]. Сөнниҙәр уны дүртенсе хаҡ хәлиф тип һанай. Шиғыйҙар хәҙрәти Ғәлиҙе Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ ҡандаш туғаны булыуы, яугирлеге һәм юлбашсылығы өсөн изгеләр рәтенә ҡуйып, Беренсе Имам тип ололоҡлай. Ул һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм кирәмәттәр күрһәткәне хаҡында риүәйәттәр күп. Урта Азияла хәҙрәти Ғәлиҙең ете ҡәбере бар тип һанайҙар, йыназа ваҡытында кешеләр мәрхүм һалынған дөйә етәүгә әйләнеп, төрлө яҡҡа йүнәлгәнен күргән икән.