Аҙау диңгеҙе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҙау (Азаҡ, Азов) диңгеҙе (рус. Азовское море, укр. Азовське море, бор. грекΜαιῶτις λίμνη, лат. Palus Maeotis, ҡырымтат. Azaq deñizi, грек. Θάλασσα Αζόφ) — Европаның көнсығышындағы эске диңгеҙ. Донъялағы иң һай диңгеҙ, тәрәнлеге 13,5 метрҙан да ашмай. Европаның көнсығышындағы Атлантик океандың ярым ябыҡ диңгеҙе, Украина ярҙарын йыуа[1] һәм Рәсәйгә ҡарай[2], уртаса тәрәнлеге яҡынса 7,4 м (төрлө баһалауҙар буйынса — 6,8 метрҙан 8 метрға саҡлы)[3]. Аҙау диңгеҙе Атлантик океан менән боғаҙҙар һәм диңгеҙҙәрҙең оҙон сылбыры аша тоташа (Керчь боғаҙы — Ҡара диңгеҙ — Босфор боғаҙы — Мәрмәр диңгеҙ — Дарданелл боғаҙы — Эгей диңгеҙе — Урта диңгеҙ — Гибралтар боғаҙы — Атлантик океан).
Аҙау (Азаҡ, Азов) диңгеҙе | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Урынлашыуы | Украинаның көньяҡ-көнсығышы, Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайышы |
Майҙаны | 37 605 км² |
Яр буйы оҙонлоғо | 1472 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 14,4 м |
Уртаса тәрәнлек | 5—13 м |
Һыу йыйыу майҙаны | 586 000 км² |
Аҙау диңгеҙе Викимилектә |
Борон заманда Аҙау диңгеҙе булмаған, ә Дон Ҡара диңгеҙгә хәҙерге Керчь боғаҙы эргәһендә ҡойған булған. Аҙау диңгеҙенең акваторияһына яҡынса б . э. т. 5600 йылда һыу тулған тип фаразлана. (см. Теория черноморского потопа).
Тамань ярымутрауының төньяҡ ярында боронғо кешенең иртә палеолит торағы, Кермек, табылған.