Бәләбәй өйәҙе — 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.

Бәләбәй өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Thumb
Герб уездного центра
Thumb
Герб губернии
ГубернаӨфө губернаһы
ҮҙәгеБәләбәй
Барлыҡҡа килгән1782
Бөтөрөлгән1922
Майҙаны22 163 км² (1897).
Халҡы433 179[1] кеше. (1897)
Thumb

Административ үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы.

Тарих

Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ‑көнбайыш өлөшө инә. 1796 йылда бөтөрөлә. 1804 йылда Ырымбур губернаһы составында тергеҙелә; 1865 йылдаң Өфө губернаһына инә. Административ уҙәге — Бәләбәй ҡалаһы. 1803 йылда өйәҙҙә 12‑се башҡорт һәм 5‑се мишәр кантондары ойошторола. 1865 йылда өйәҙ 4 станға бүленә. 1873 йылдаң улустар һаны — 31 (Баҡалы, Боғаҙы, Васильевка, Ғәйнәямаҡ, Елдәр, Елизаветино, Зәйет, Измаил, Ильинка, Иҫке Ҡалмаш, Йәрмәкәй, Кескенәш, Ҡаҙанғол, Ҡаҙансы, Ҡаръяуҙы, Ҡорос, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мәнәүезбаш, Надеждино, Никольск, Өҫән-Ивановка, Семён-Макар, Соҡаҙытамаҡ, Стәрлетамаҡ, Төмәнәк, Түреш, Үрге Бишенде, Үрге Троицк, Әлшәй, Әмәкәй, Әсән), 1922 йылда — 44. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 1576 торама пункт була. Халыҡтың төп өлөшө игенселек менән шөғөлләнә. Өйәҙ 1922 йылда бөтөрөлә, уның төп территорияһы Бәләбәй кантоны составына, 2 улусы (Покровка һәм Фёдоровка) — Стәрлетамаҡ кантонына инә.

География

XVIII быуат аҙағында төньяҡта — Бөрө өйәҙе һәм Минзәлә өйәҙе, көнсығышта — Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Өфө өйәҙе, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Бөгөлмә өйәҙе һәм Боғорослан өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны — 22 163 км² (1897).

Халҡы

XVIII быуат аҙағында — 62158 кеше (шул иҫәптән башҡорттар 17237), 1897 — 433179 (башҡорттар — 232960, мишәрҙәр — 2604, сыуаштар — 31443, татарҙар — 48784, урыҫтар — 88355 һәм башҡа), 1920—651 мең кеше. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 414122 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 12766, дворяндар — 5183 һәм башҡа; мосолмандар — 283929, православие динендәгеләр — 140142 (шул иҫәптән 7913 старообрядсы) һәм башҡа.

Ентеклерәк мәғлүмәт Милләт, Халыҡ, кеш. ...
МилләтХалыҡ, кеш. %
Башҡорттар232 96053,78
Урыҫтар88 35520,40
Татарҙар48 78411,26
Мишәрҙәр26040,60
Сыуаштар314437,26
Бөтәһе433 179100,00
Ябырға

Иҡтисад

XX быуат башында ауыл хужалығы халыҡтың 84 %‑тан ашыуы мәшғүл була. 1904 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең дисәтинә) 453,8 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 164,7, бойҙай — 104,6, тары — 55,2, һоло — 47, ҡарабойҙай — 24,4, борсаҡ — 12,5, картуф — 5,2, борай — 3,4; һыйыр малы һаны — 62892 баш, йылҡы — 49558, һарыҡ — 129544, кәзә — 15921, сусҡа — 6316. XX быуат башында Алафузов буҫтау фабрикаһы, 4 шарап ҡыуыу заводы, 32 кирбес һуғыу һәм 5 поташ заводы, 15 күн эшкәртеү, 60 итек тегеү һәм башҡа предприятиелар эшләй. Бәләбәйҙә, Аҙнағол, Байгилде, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Иҫке Турай, Раевка, Шаран ауылдар йәрминкәләр үткәрелә. 1888 йылда өйәҙ аша Һамар—Златоуст тимер юлы (КинәлеӨфө участкаһы) үтә, 1911—14 йй. — Волга—Урал тимер юлы (БөгөлмәШишмә участкаһы). 298 мәсет, 19 сиркәү һәм 2 часовня (1865); 443 уҡыу йорто (1912) иҫәпләнә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.