Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Вәҡийәр (рус. Вакиярово) — Башҡортостандың Ҡыйғы районындағы ауыл. Йыланлы ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 445 кеше[2]. Почта индексы — 452502, ОКАТО коды — 80236820002.
Ауыл | |
Вакиярово башҡ. Вәҡийәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452502 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Вәҡийәр ауылы Әй йылғаһы ҡушылдығы Вәҡийәр йылғаһы буйында, район үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылынан көньяҡҡа табан 21 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Вәҡийәр ауылына XVIII быуатта, 1752 (1761) йылда, керҙәшлек килешеүе буйынса, Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының Вәҡийәр йылғаһы буйындағы аҫаба ерҙәрен ҡуртымға алған мишәрҙәр нигеҙ һалған. Шулай уҡ Ғүмәр атамаһы менән дә билдәле булған.
Вәҡийәр ауылы составында бөтәһе 7 ауыл булған 3-сө мишәр кантонының 16-сы йортона ҡараған.
1795 йылда 8 йортта 54 кеше, 1816 йылда — 9 йортта 70, 1834 йылда 23 йортта — 119 кеше йәшәгән.
Мишәрҙәр игенселек менән шөғөлләнгән: 1842 йылда 119 кешегә 35 сирек ужым һәм 94 сирек яҙғы ашлыҡ сәселгән. «Бесәнлектең күпселек өлөшө һөрөлгән, шулай уҡ ҡоро үҙәнле бесәнлек бар, урман ҡырҡылған. Һөрөнтө ер Ерекшишмә ағып ятҡан убалы урында. Күптән һөрөлгән». Өс баҫыулы сәсеү әйләнеше билдәле. 1895 йылда ауылда өсөшәр ашлыҡ һуҡҡыс һәм елгәргес булған. Баҡсасылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. «Ябай, урындағы тоҡомло мал. Вәкийәр йылғаһына табан битләү буйлап ауыл яны мал утлауы урынлашҡан. Вәкийәр йылғаһында малдар эсерелә. Бесәнлек — урман араһында, тигеҙлек буйлап. Ихтыяжға ҡарап үлән йәй буйына сабыла. Бесән ҡуртымға алынған болондарҙа әҙерләнә. Урман менән рәүиз йәне һаны буйынса бүлешеп файҙаланалар, ағасты һайлап ҡырҡалар. Өйҙәрҙе утын һәм һалам менән йылыталар». Ауылда тимерлек һәм Ҡыйғы йылғаһы буйында тирмән бар[4].
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | 16-сы йорт | 3-сө Мишәр кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Үрге Ҡыйғы улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | биләмәһе | Үрге Ҡыйғы өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Үрге Ҡыйғы улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Йыланлы ауыл Советы | Ҡыйғы районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Вәҡийәр ауылында 1859 йылда 26 йортта — 217, 1865 йылда 36 йортта — 252 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөләнгәндәр. Вәҡийәр ауылында мәсет, һыу тирмәне булған[5].
1906 йылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән.
1920 йылда Вәҡийәр ауылында 111 йортта — 563 мишәр йәшәгән[6].
Вәҡийәр ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[7].
Вәҡийәрҙә татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 563 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 418 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 394 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 447 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 500 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 445 | 209 | 236 | 47,0 | 53,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тәбиғәт һәйкәлдәре:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.