Европеоид раса
башҡорттарҙың бер өлөшөнөң расаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Европео́ид ра́са (шулай уҡ евразия расаһы[1][2] йәки кавказоид раса) — Бөйөк географик асыштарға тиклем Европала, Алғы Азияла, Төньяҡ Африкала, өлөшләтә Урта Азияла һәм Һиндостанда табылған; һуңғараҡ — барлыҡ ҡитғаларҙа ла асыҡланған раса. Европеоидтар бигерәк тә Төньяҡ Америкала һәм Көньяҡ Америкала, Көньяҡ Африкала һәм Австралияла киң таралған[3]. Ер йөҙөндәге иң күп һанлы раса (планета халҡының 40%-ы)[4].