From Wikipedia, the free encyclopedia
Монголоид раса (иҫкергән атама — азиат раса, һары раса) — кешелек донъяһында иң ныҡ таралған раса. Таралған ерҙәр: Ҡытай, Индонезия, Һинд-Ҡытай, Бирма, Япония, Корея, Монголия; монголоид расаға шулай уҡ Себер һәм Американың төп халҡы инә.
Был халыҡҡа хас айырмалар: ҡуйы тура ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле, аҡ һәм тоноҡ ҡуңыр тәнле, тән һәм бит тире ҡатламында йөн ҡапламаһы һирәк. Азиат тармағында монголоид раса шулай уҡ, бәләкәй танаулы, өҫкө күҙ ҡабаҡтары үҙенсәнлекле йыйырсыҡтар менән, ҡыҫыҡ, сығып торған яңаҡлы, (йәки эпикантус), ялпаҡ битле. Америка тармағында монголоид расаһында әйтелгән ишараттар артыҡ беленмәй.
Монголоид расаға ингән халыҡ, Европеоид раса халҡынан ҡалышмай, үҙ мәҙәниәтен булдырған. Миҫал өсөн, монголоид раса иҫәбенә ингән ҡытай халҡы — Ер шарындағы цивилизацияның иң боронғо үҙәге.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.