Ие́на (япон. en?)[1] — Японияның аҡса берәмеге, донъялағы төп резерв валюталарҙың береһе. 1954 йылда әйләнештән алынған һәм хәҙер иҫәпләү аҡса берәмеге булған 100 сенгә бүленә. Халыҡ-ара коды: JPY. символы: ¥ билдәһе.

Ҡыҫҡа факттар Иена ...
Иена

 (яп.)
Yen  (англ.)
Yen  (фр.)

Thumb Thumb
1916 йылдың 1 иенаһы 1871 йылдың 1 иенаһы, алтын
Кодтар һәм и символдар
ISO 4217 кодтары JPY (392)
Символы ¥
Аббревиатуралар JPY
Әйләнеш территорияһы
Эмитент Япония Япония
Сығарылма һәм параллель берәмектәре
Бүленгән Сен (1100)
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар
Ваҡ аҡсалар 1, 5, 10, 50, 100, 500 иен
Банкноталар 1000, 2000, 5000, 10 000 иен
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү
Эмиссион үҙәк Япония банкы
www.boj.or.jp
Банкноталар етештереүсе Милли матбуғат бюроһы
www.npb.go.jp
Аҡса һуғыу йорто Япония тәңкәләү йорто
www.mint.go.jp
28 ғинуар 2015 йыл курсалар
1 RUB = 1,754 JPY
1 EUR = 133,6 JPY
1 USD = 117,8 JPY
1 GBP = 179 JPY
2014 йылда инфляция
Инфляция 1,6% (март)
    Иена Викимилектә
    Ябырға

    1869—1871 йылдарҙа алтын һәм көмөш тәңкә булып сығарылған.

    Атамаһы

    «円» иероглифы менән яҙылған аҡса берәмеге Ҡытайҙан килгән һәм ҡытай телендә «юань» тип атала. Цин династияһының Ҡытай империяһындағы валюталарҙың береһе көмөш булған, ул әйләнештә ҡойолма формаһында йөрөгән. Ләкин XVIII быуатта Ҡытайға Испанияның һәм Мексиканың көмөш тәңкәләре килеп инә, улар «көмөш» (ҡыт. 银 円) йәки «көнбайыш юандәре» (ҡыт. 洋 円) тигән исем алалар. Һуңыраҡ Гонконг ҡалаһында британдар төбәк көмөш тәңкәләр сығара башлайҙар, уларҙы «гонконг долларҙары», ә ҡытайса «гонконг юандәре» (ҡыт. 香港 壱 圆) тип атайҙар. Был валюта Японияға инә башлай, бында ҡытай «юане» японса «эн» тип яңғыраған. 1830 йылдан япондар үҙҙәре көмөш тәңкәләр етештерә башлай, улар металл миҡдары һәм ауырлығы буйынса гонконг тәңкәләре менән бер иш булған.

    Тарих

    Thumb
    1901 йылғы аждаһа һүрәтле Япон иенаһы; көмөш.
    Thumb
    1941 йылғы 1 сен
    Thumb
    1873 йылғы 1 сен

    Мэйдзи реставрацияһынан һуң, 1869 йылда тәүге тапҡыр баҫылып сығып, 1871 йылғы аҡса реформаһы арҡаһында иена рәсми рәүештә Японияның төп аҡса берәмеге тип ҡабул ителгән. Шул уҡ йылды хөкүмәт кландарҙың ҡағыҙ аҡсаларының (XVI быуаттан алып айырым япон феодалдары менән сығарылған) әйләнешен ваҡытлыса туҡтата. 1868 йылда Финанс министрлығы менән үткәрелгән тикшеренеүҙәр буйынса, Токугава заманында (1603—1867) илдә бөтәһе 1694 дана кландарҙың ҡағыҙ аҡсаһы йөрөгән, уларҙы 244 клан, 14 магистрат һәм 9 сёгунат ялсыһы сығарған. 1879 йылға клан аҡсаларын иенаға алмаштырыу тамамлана[2].

    Тағы ла кәсер берәмектәре индерелгән: сен (япон. ) = 1100 иены, рин (япон. ) = 11000. 1954 йылда сен һәм рин әйләнештән алына, әммә «сен» төшөнсәһе финанс донъяһында әле лә ҡулланыла.

    1872 йылда Мэйдзи хөкүмәте милли банктар тураһында ҡанун ҡабул итә, уға ярашлы, милли статусҡа эйә булған шәхси банктарға конвертланған банкноталар сығарырға рөхсәт бирелгән. Ләкин 1876 йылда ҡанунды үҙгәрткәндән һуң был банкноталар конвертланыуҙан туҡтаған[3].

    1927 йылдың мартында ил финанс кризисы менән осраша. Япония банкы аҡса һалыусыларҙың хәүефтәрен әҙәйтер өсөн бик күп банкноталар сығара. Әммә аҡса һалыусылар банктарға аҡсаларын алырға йүгерләр, һәм был банкноталар ҡытлығына килтерә. Яуап итеп, Япония банкы тиҙ генә 200 иеналыҡ банкноталар сығара, уларҙың артҡы яғы буш була[3].

    «Иена» атамаһын япон валютаһы «эн» формаһынан алған (японса «түңәрәк» тигәнде аңлата), сөнки элекке тәңкәләре овал, тура мөйөшлө йәки төрлө рәүештәге алтын йә көмөш ҡойолма булып торған. Иенаның тағы ла боронғо, «хөрмәтле» иероглифик һүрәтләнеше бар — 圓.

    1897 йылдың октябрендә иенала алтын миҡдары 0,750 грамм тип билдәләнгән. Беренсе донъя һуғышы осоронда банкноталарҙы алтынға алыштырыу туҡтатылған. Һуңғараҡ, иҡтисади хәлгә ҡарап, Японияла алтын стандарт бер нисә тапҡыр урынлаштырылған һәм кире ғәмәлдән сығарылған, ә 1933 йыл аҙағында ул рәсми рәүештә ғәмәлдән сыҡҡан. 1933—1939 йылдарҙа Япония стерлинг зонаһына ингән, уның буйынса 1 иена 14 британ пенсына тигеҙ булған.

    1932 йылда валюта контроле индерелгән, уны Финанс министрлығы һәм Үҙәк банк башҡарған. Эмиссиялау институты булып 1882 йылда нигеҙләнгән Япония Банкы тора, уның капиталы дәүләттеке булған.

    1939 йылда октябрендә иена стерлинг блогынан сыҡҡандан һуң, 4,2675 иена 1 АҠШ долларына тигеҙ булған курс урынлаштырылған, ундағы алтын миҡдары 0,20813 грамм тәшкил итә.

    Икенсе донъя һуғышы йылдарында иена блоктың төп валютаһы булып торған. Был блокҡа түбәндәгеләр кергән:

    • иена блогының илдәре һәм территориялары — Япония составына ингән Кореяла[4] һәм Тайвандә япон иенаһына параллель рәүештә уға тигеҙ булған корея иенаһы һәм тайвань иенаһы әйләнештә йөрөгән; Маньчжоу-гоның (япон окуппацияһындағы төньяҡ-көнсығыш Ҡытай) валютаһы — маньчжоу-го юане 1935 йылдан япон иенаһына 1:1 дәүмәлендә бәйләнгән; Ҡытайҙың башҡа окуппация аҫтындағы ерҙәре; Таиландтың валютаһы — тай баты 1942—1946 йылдарҙа иенаға тиң булған;
    • япон хәрби иенаһы блогы территорияһы, япон иенаһына тиң булһа ла, уға алыштыра алмаған;
    • формаль рәүештә автономлы валютаһы булған, ләкин Япония хөкүмәте һәм банкы тарафынан контролдә тотолған территориялар (Француз Индоҡытайы һәм Макао)[5].

    1945—1948 йылдарҙа, Япония АҠШ оккупацияһы аҫтында булғанда, япон иенаһы менән йәнәшә Америка оккупация иенаһы әйләнешкә индерелә. Икенсе донъя һуғышы һәм унан һуңғы осорҙа иена хаҡының бик тиҙ төшөүе күҙәтелә. 1945 йылдың авгусында 1 АҠШ долларына — 15 иена, 1947 йылдың 12 мартында — 50 иена, 1948 йылдың 5 июлендә 250 иена булған курстар урынлаштырыла. Иҫәп-хисап операцияларында күп төрлө курстар ҡулланылған (1 АҠШ долларына 900 иенаға тиклем).

    1948 йылда Окинава утрауында япон иенаһы әйләнештән алына һәм Америка оккупация иенаһына алыштырыла. Ә 1958 йылда бында АҠШ доллары урынлаштырыла. 1972 йылда япон иенаһы Окинава утрауында яңынан индерелә.

    Thumb
    Япон иенаһы тамғалар

    1949 йылдың 25 апреленән паритетлы курс кертелә: 360 иена = 1 АҠШ доллары. Был курс нигеҙендә 1953 йылдың 11 майынан Халыҡ-ара валюта фонды тарафынан иена 2,46853 миллиграмм алтынға тиңләштерелә, шулай итеп, ул халыҡ-ара танылыу алған валюта булып китә. 1949—1971 йылдарҙа иенаның курсы АҠШ долларына бәйләнелә. 1971 йылдың 20 декабрендә доллар девальвацияһы арҡаһында курс үҙгәрә һәм 1 АҠШ долларына 308 иена бирелә башлай. 1973 йылдың 14 февраленән АҠШ долларының сираттағы девальвацияһы арҡаһында иена курсы ирекле йөрөүсе тип үҙгәртелә[6]. Бер-бер артлы ревальвация серияларын үткәргәндән һуң, АҠШ долларына һәм башҡа төп валюталарға ҡарата иенаның «көсө» байтаҡҡа үҫә. Һуңғы йылдарҙа иенаның АҠШ долларына ҡарата курсы 100 иена кимәлендә ҡала килә[7][8].

    Банкнота һәм тәңкә эмиссиялауына Япония Банкының айырым хоҡуғы бар. Банкноталар 1000 иенанан алып 10000 иенаға тиклемге номиналдарҙа сығарыла. Һәр бер банкнотаның төп яғында Японияның дәрәжәле шәхесе һүрәтләнгән. Мәҫәлән, 1000 иеналы банкнотала — бактериолог Ногути Хидэё, 2000 иенала — яҙыусы Мурасаки Сикибу, ә 10000 иенала яҙыусы һәм мәғрифәтсе Фукудзава Юкити һүрәтләнгән. Тәңкәләр 1 иенанан 500 иенаға тиклемге номиналда сығарыла[2].

    2000 йылда 8-се Окинава иҡтисади саммитын һәм яңы мең йыллыҡ етеүен билдәләп, Е исемле серия әйләнешкә индерелә. Был серияла Японияның аҡса әйләнеше тарихында тәүге тапҡыр 2000 иена номиналлы банкнота кертелә һәм тәүге тапҡыр һаҡ билдәһе булып Еврион йондоҙлоғо файҙаланыла. 2004 йылда тағы ла 10 000, 5000 и 1000 иена номиналы менән F исемле серия менән сыға башлай. Улар D серияһының банкнотаһын алыштыралар һәм бында яңы һаҡлыҡ технологияһы ҡулланыла башлай.

    Иена резерв валюта рәүешендә

    Бер нисә тиҫтә йыл буйы япон иенаһы икенсел әһәмиәтле резерв валюта булып торған, әммә хәҙерге заманда уның менән файҙаланыу дәрәжәһе түбәнәйгән.

    Ентеклерәк мәғлүмәт USD, EUR ...
    Сит ил валюталарында халыҡ-ара тупланмалар
    1995 1996 1997 1998 1999 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 2007 2008 2009 2010 2011 2012 2013
    USD 59,0 % 62,1 % 65,2 % 69,3 % 70,9 % 70,5 % 70,7 % 66,5 % 65,8 % 65,9 % 66,4 % 65,7 % 64,1 % 64,1 % 62,1 % 61,8 % 62,3 % 61,1 % 61,2 %
    EUR 17,9 % 18,8 % 19,8 % 24,2 % 25,3 % 24,9 % 24,3 % 25,2 % 26,3 % 26,4 % 27,6 % 26,0 % 24,7 % 24,3 % 24,4 %
    DEM 15,8 % 14,7 % 14,5 % 13,8 %
    GBP 2,1 % 2,7 % 2,6 % 2,7 % 2,9 % 2,8 % 2,7 % 2,9 % 2,6 % 3,3 % 3,6 % 4,2 % 4,7 % 4,0 % 4,3 % 3,9 % 3,8 % 4,0 % 4,0 %
    YEN 6,8 % 6,7 % 5,8 % 6,2 % 6,4 % 6,3 % 5,2 % 4,5 % 4,1 % 3,9 % 3,7 % 3,2 % 2,9 % 3,1 % 2,9 % 3,7 % 3,6 % 4,1 % 3,9 %
    FRF 2,4 % 1,8 % 1,4 % 1,6 %
    CHF 0,3 % 0,2 % 0,4 % 0,3 % 0,2 % 0,3 % 0,3 % 0,4 % 0,2 % 0,2 % 0,1 % 0,2 % 0,2 % 0,1 % 0,1 % 0,1 % 0,1 % 0,3 % 0,2 %
    Башҡалар 13,6 % 11,7 % 10,2 % 6,1 % 1,6 % 1,4 % 1,2 % 1,4 % 1,9 % 1,8 % 1,9 % 1,5 % 1,8 % 2,2 % 3,1 % 4,4 % 5,1 % 6,3 % 6,2 %
    Сығанаҡтар: 1995—2009 МВФ (Халыҡ-ара валюта фонды): Currency Composition of Official Foreign Exchange Reserves
    Сығанаҡтар: 1999—2005, ЕЦБ (Европа үҙәк банкы; 2006): The Accumulation of Foreign Reserves
    Сығанаҡтар: 1999—2005: ЕЦБ (Европа үҙәк банкы; 2005): Review of the International Role of the Euro, Frankfurt
    Ябырға

    Әйләнештәге тәңкәләр

    Ентеклерәк мәғлүмәт Әйләнештәге йөрөгән тәңкәләр, Фото ...
    Әйләнештәге йөрөгән тәңкәләр[9]
    ФотоНоминалДиаметрҠалынлыҡМассаСоставТөркөмАверсРеверсЕтештерелгән
    Thumb 1 иена20 мм1,2 мм1 г100 % Al Шыманоминал, йәш ағас, илдең исеменоминал, етештереү датаһы1955
    Thumb 5 иен22 мм1,5 мм3,75 г60-70 % Cu
    30-40 % Zn
    Шыманоминал, дөгө башаҡтарыилдең исеме, етештереү йылы1949
    Thumb 10 иен23,5 мм1,5 мм4,5 г95 % Cu
    3-4 % Zn
    1-2 % Sn
    Ҡырҡыулыноминал, Бёдоин, илдең исеменоминал, лавр, етештереү йылы1951, 1959
    Thumb 50 иен21 мм1,7 мм4 гМельхиор
    75 % Cu
    25 % Ni
    Ҡырҡыулыноминал, хризантема, илдең исеменоминал, етештереү йылы1967
    Thumb 100 иен22,6 мм1,7 мм4,8 гМельхиор
    75 % Cu
    25 % Ni
    Ҡырҡыулыноминал, сакура, илдең исеменоминал, етештереү йылы1967
    Thumb 500 иен26,5 мм2 мм7,2 гМельхиор
    75 % Cu
    25 % Ni
    Шыма: („NIPPON ? 500 ? NIPPON ? 500 ?“)номинал, павловния, ил исеменоминал, бамбук, мандарин, етештереү йылы1982[10]
    Thumb 500 иен26,5 мм2 мм7 г72 % Cu
    20 % Zn
    8 % Ni
    Ҡырҡыулыноминал, павловния, ил исеменоминал, бамбук, мандарин, етештереү йылы2000
    Ябырға

    Японияның 47 префектураһының иҫтәлекле тәңкәләре программаһы

    Thumb
    Японияның 47 префектураларының программаһының 500 иен иҫтәлекле тәңкәһе — серияның дөйөм алғы яғы

    Япония автономияһының 60 йыллығын билдәләп, 2008 йылдан алып илдә тәңкәләрҙең ике серияһы сыға башлай, улар Японияның 47 префектураһына арналған. Серияның бөтә тәңкәләренең алғы яғы бер иш, һәр тәңкәнең артҡы яғы айырым биҙәлешле.

    500 иена номиналлы тәңкәләр

    Хәҙерге ваҡытҡа 16 биметаллик иҫтәлекле тәңкәләр сығарылған:

    • тәңкәләр составы: баҡыр 72 %, цинк 20 %, никель 8 %;
    • диаметры: 26,5 мм;
    • һәр бер тәңкәнең тиражы: 1,830,000 алып 2,100,000 тиклем[11].

    1000 иена номиналлы тәңкәләр

    Thumb
    1964 йылғы 1000 иен

    1964 йылда, Йәйге Олимпия уйындарына бағышлап, 1000 иена номиналында тәүге көмөш тәңкәләр сығарыла.

    2002 йылдан алып көмөш тәңкәләр сығарыу ғәмәлдә йыл һайын үткәрелә. Бөгөнгө ваҡытҡа ҡарата, шундай 26 төр тәңкә сығарылған:

    • составы — көмөш,
    • диаметры — 40 мм,
    • ауырлығы — 31,1 г,
    • һәр бер тәңкәнең тиражы: — 100 000 дана[11][12].

    Әйләнештәге банкноталар

    2004 йылғы серияның 1000, 5000 һәм 10 000 иена номиналындағы банкноталар әйләнештә йөрөй. 2000 йылғы серияның 2000 иена номиналындағы банкноталар әйләнештә ғәмәлдә осрамай[13].

    Ентеклерәк мәғлүмәт Һүрәтләнеш, Номинал ...
    ҺүрәтләнешНоминалҮлсәмТөп төҫТасуирламаСығарылыш датаһы
    АверсРеверсАверсРеверс
    D серияһы (2000)
    Thumb Thumb ¥2000154 × 76 ммйәшелНаха ҡалаһындағы ҡапҡалар«Гэндзи тураһындағы повестҡа» иллюстрация19 июль 2000
    Е серияһы (2004)
    Thumb Thumb ¥1000150 × 76 ммкүкһелбактериолог Ногути ХидэёФудзи тауы, Мотосу күле һәм сакураның сәскә атыуы1 ноябрь 2004
    Thumb Thumb ¥5000156 × 76 ммзәңгәр күкяҙыусы Хигути Итиё«Какицубата-цу» (иристар төшөрөлгән Огата Кориндың һүрәте)
    Thumb Thumb ¥10000160 × 76 ммкөрәняҙыусы һәм мәғрифәтсе Фукудзава ЮкитиБёдо-ин ғибәҙәтханаһындағы феникс ҡошоның һыны
    Ябырға

    Валюта курсы режимы

    Японияла ирекле йөрөгән валюта курсы режимы ҡулланыла.

    Иҫкәрмәләр

    Әҙәбиәт

    Һылтанмалар

    Wikiwand in your browser!

    Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

    Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

    Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.