Ливан
Яҡын Көнсығышта Урта диңгеҙҙең таулы көнсығыш ярында урынлашҡан ҙур булмаған дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Лива́н (ғәр. لبنان, Любна́н йәки Либна́н), рәсми исеме Ливан Республикаһы (ғәр. الجمهورية اللبنانية; аль-Джумхури́йя аль-Любнани́йя) — Яҡын Көнсығышта Урта диңгеҙҙең таулы көнсығыш ярында урынлашҡан ҙур булмаған дәүләт. Көнсығыштан Сүриә, көньяҡтан Израиль менән сиктәш.
| |||||
Девиз: «Куллюнаа лиль-ватан, лиль-‘уляя валь-‘алям
(башҡ. Беҙ Тыуған ил, дан өсөн!)» | |||||
Гимн: «Куллюнаа лиль-ватан лиль-‘уляя лиль-‘алям» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 22 ноябрь 1943 ( Франция) | ||||
Рәсми телдәр | Ғәрәп теле[1] | ||||
Баш ҡала | Бейрут | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 161 10 452 км² 1,6 | ||||
Халыҡ • Һаны (2008) • Халыҡ тығыҙлығы | 3 577 000 чел. (128) 358 чел./км² | ||||
ИЧР (2011) | ▲ 0,739[2] (юғары) (71 урын) | ||||
Валюта | Ливан фунты (LBP, 422) | ||||
Интернет-домен | .lb | ||||
Код ISO | LB | ||||
МОК коды | LBN | ||||
Телефон коды | +961 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +2 (йәй +3) |
Халҡы 4 миллион тирәһе. Ливан башҡа ғәрәп илдәренән дини күп төрлөлөгө менән айырыла. Унда конфессионализм тип аталған үҙенсәлекле сәйәси система эшләй. Ул дәүләт власының ойошторолоуын йәмғиәттең дини ойошмаларға бүленеүенә ярашлы тәьмин итә.
Граждандар һуғышына тиклем Ливан ғәрәп иленең сәскә атыусы финанс һәм банк баш ҡалаһы була. Илдә христиан халҡы күберәк була, шуға «Яҡын Көнсығыш Швейцарияһы» тип атайҙар. Ливан туристарҙың яратҡан төбәге. Һуғыштан һуң иҡтисадта үҙгәртеп ҡороу башлана.
Ливанда иң боронғо ҡалаларҙың береһе — үҙенең данлыҡлы Трилитон Баальбегы менән билдәле Баальбек ҡалаһы урынлашҡан.