From Wikipedia, the free encyclopedia
Исламдың алтын быуаты, ҡайһы берҙә шулай уҡ Ислам ренессансы, Мосолман ренессансы[1][2] — яҡынса VIII быуат уртаһынан XIII быуат уртаһына тиклем тарихи осор, уның башында ғәрәп хәлифәлеге үҙ заманының иң эре дәүләте була. Хәлифәт сиктәрендә уның итарҡалыуынан һуң да ғәмәлдә булыуын дауам иткән дөйөм мосолман мәҙәни арауыҡ барлыҡҡа килә. Шул сәбәпле, алдан күрһәтелгән осорҙоң ислам ғалимдары, яҙыусылары һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре донъя фәне һәм мәҙәниәте үҫешенә байтаҡ өлөш индерәләр. Ғәрәп хәлифәлеге тарҡалыуынан һуң ислам мәҙәниәтенең үҫеше ҡыҫҡа ваҡытҡа Сәмәниҙәр фарсы дәүләтен баҫып ала, ә һуңғараҡ Ғәзнәүиҙәр, Ҡараханиҙар, Тимериҙәр, Сәлжүк, Хулагуиттар төрки империяларын да. Говард Тернер былай тип яҙа: «мосолман рәссамдары һәм ғалимдары, эшселәре һәм кенәздәре бергәләп һәр ҡитғала туранан-тура йәки ситләтелгән йоғонто яһай».
Исламдың алтын быуаты | |
Башланыу датаһы | 800 |
---|---|
Тамамланыу датаһы | 1258 |
Исламдың алтын быуаты Викимилектә |
«Ислам яңырыуы» осоронда математика, медицина, философия, физика, химия һәм башҡа фәндәр үҫешә. Көньяҡ Испаниянан Ҡытайға тиклем йәйрәп ятҡан Ислам мәҙәниәте үҙ эсенә төрлө милләт һәм дин ғалимдарының иң ҡаҙаныштарын йыйған. Ул ғәрәптәрҙең, гректарҙың һәм римляндарҙың белемдәрен үҫештерә, яңы дәүер өсөн нигеҙ булдыра.
Алтын быуат дәүерендә мосолман ғалимдары, рәссамдар, инженерҙар, шағирҙар, философтар һәм сауҙагәрҙәр, үткән дәүер традициялларын һаҡлап һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен асыштарын ҡулланып, фән, иҡтисад, әҙәбиәт, фәлсәфә, диңгеҙ эштәре, ауыл хужалығы өлкәләренә ҙур өлөш индерә. Омейядтар хакимлығы дәүерендә ғалимдар хакимдар яғынан яҡлау таба. Медицинаның, хәрби техниканың, математиканың практик әһәмиәте ғәрәп хәлифәлеге үҫешендә ҙур йоғонто яһай.
Универсаль фән теле булып ғәрәп теле китә. Кордовтан Бағдадҡа һәм Сәмәрҡәндкә тиклем төрлө илдәр ғалимдары бер телдә аралашыу мөмкинлеген ала. 9 быуатта Бағдад хакимдары даими рәүештә осрашыуҙар (интеллектуаль мәжлестәр), үткәрә, уларҙың барышында дин белгестәре, астрономдар һәм философтар үҙҙәренең идеялары буйынса фекер алышыу өсөн йыйыялалар.
Ислам донъяһында мәсеттәр янында мәҙрәсәләр асыла, унда дини фәндәр буйынса ғына түгел, донъяуи фәндәр буйынса ла белем бирелә. Күп кенә мәҙрәсәләр ваҡыты менән университеттарға әүерәләләр. Мосолман хакимдары ғилми үҙәктәр ойоштора, унда ғалимдар белемдәрҙе туплай, үҫештерә һәм үҙ-ара бүлешә. Бындай ғилми үҙәктәр араһында иң билдәлеһе — «Аҡыл Йорто» (Бәйт-аль-Хикмә), уға IX быуаттың 20-се йылдарында Мәмүн нигеҙ һала. Бағдадтан тыш урта быуаттар Көнсығышында төрлө осорҙарҙа ғилми эшмәкәрлек үҙәктәре Ҡаһирә, Дамаск, Бохара, Ғәзни, Сәмәрҡәнд, Хәрәзм, Исфахан, Нишапур, Балх, Кордова ҡаларында була. 859 йылда принцесса Фатима әл-Фихри Фес (Марокко) ҡалаһында тәүге заманса университетҡа нигеҙ һала. Университет ир-ат менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡабул ителә, бында бер нисә факультет булдырыла һәм бик күп дисциплиналар буйынса уҡытыу алып барыла.
Географ Шәмсетдин әл-Мукаддаси ислам фән үҙәктәренең үҫеш процесы тураһында былай тип яҙа: «Көнбайышта күсереп яҙыусыны хөрмәтләһәләр, Көнсығышта ғалимдарҙың ҡәҙерен белгәндәр».
Астрономия — мосолман ғалимдарын ҡыҙыҡһындырған фән өлкәләренең береһе. Ислам дәүләттәренең бөтә эре ҡалаларында тиерлек обсерваториялар булған. 1259 йылда Насыр әд-дин -Туси Тәбриз клаһы тирәһендә ул ваҡытта донъялағы иң ҙур обсерватория төҙөй. Ислам ғалимдары Шәрәф-әд-дин ат-туси, Насыр әд-дин ат-Туси һәм Ибн аш-Шатир тәүге тапҡыр Ерҙең үҙ күсәре тирәләй әйләнеү мөмкинлеге тураһында әйтә. Мосолмандар йондоҙҙарҙың урынлашыу ерен һәм уларҙың араһындағы алыҫлыҡты (астролябия) үлсәү өсөн ҡорамалды камиллаштыра . IX—X быуаттарҙа Муса ағалы-ҡустылылалар ер әйләнәһенең оҙонлоғон иҫәпләп сығаралар.
Хәрәзм ғалимы Әл-Бируни Ер үҙенең күсәре һәм Ҡояш тирәләй әйләнеүен иҫбатлай. Һинд ҡалаһы Нандан тирәһендә тикшеренеүҙәр үткәреп, ЕР майҙанын иҫәпләп сығара ала. Тикшеренеүҙәр үткәргән саҡтағы алым Европала «Бируни ҡағиҙәһе» тип атала.
Урта Азия ғалимы Әл-Ферғани Ҡояшта таптар барлығын аса, ә астрономия өлкәһендәге уның хеҙмәттәре Европала 700 йыл дауамында астрономия уҡыу әсбабы сифатында ҡулланыла. Ул эклиптика кәкрелеген иҫәпләп сығарған тәүге ғалим булған.
Урта Азия ғалимы Олуғбәк үҙ обсерваторияһында 1437 йылға ҡарата донъяла тиңе булмаған Гурган зижды (Олуғбәк зижды) — йондоҙло күк йөҙө каталогын төҙөй, уны эшләгән саҡта ул 40 метр радиуслы һәм эш өлөшө 20°-нән 80°-гә тиклем булған берҙән-бер ҡорамал — диуар квадрантын ҡуллана, каталогта 1018 йондоҙ тасуирлана. шунда уҡ — йондоҙ йылының оҙонлоғо: 365 көн, 6 сәғәт, 10 минут, 8 секунд (+ 58 секунд яңылышлыҡ мөмкинлеге менән) һәм Ер күсәренең ауышлығы билдәләнә: 23,52 градус (иң теүәл үлсәү).
Олуғбәктең төп ғилми хеҙмәте итеп «Яңы гурган астрономик таблицалары» һанала. автор әлеге әҫәрен 1444 йылда тамалай, уның өҫтөндә ул утыҙ йыл дауамында эшләй. Астрономик белешмә оҙаҡламай латин теленә тәржемә ителә һәм Клавдий Птолемейҙың «Аль-Мәғест» һәм Кастилия короле Альфонс X менән бер рәттән бөтә Европа обсерваторияларында астрономия буйынса әсбап булып тора[3].
Әлеге таблицаларҙың теүәллеге элек Көнсығышта һәм Европала өлгәшелгәндәрҙән өҫтөнлөклө була. XVII быуатта ғына Тихо Браге Сәмәрҡәнд теүәллегенә ирешә һәм һуңынан уны камиллаштырыуға өлгәшә. Шуға күрә, «Олуғбәк зидже» даими рәүештә Көнсығышта һәм Көнбайышта үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеүе тәбиғи хәл.
Беттаниҙың Ҡояш йылын иҫәпләүҙәре тулыһынса тиерлек хәҙергеләр менән тап килә (бөтәһе 24 секунд яңылышлыҡ менән).
Мосолман ғалимдарының иң юғары ҡаҙаныштарын медицинала билдәләп була. Нәҡ Ғәрәп хәлифлегендә тәүге тапҡыр хәстәханалар, госпиталдәр төҙөлә, беренсе медицина институттары барлыҡҡа килә. Мосолман табиптары күп кенә быуаттар дауамында күҙ ауырыуҙары өлкәһендә иң алдыңғы фән рубеждарында торалар. Хәлифәлә беренсе хәстәхана 707 йылда әмәүиҙәр хәлифы әл-Вәлиди ибн Абдел-Мәлик идара иткән осорҙа төҙөлә. Әлеге хәстәхананы һәм ауырыуҙарҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Проказалы ауырыуҙар ҡасмаһын өсөн уларҙы ҡулға алыу иғлан ителә.
Элек-электән мосолмандар географияны өйрәнеүгә һәм сәйәхәттәргә ҡыҙыҡһыныуын күрһәтә. Быға исламды таратыуға ынтылыш, сауҙа, шулай уҡ хаж ҡылыу кәрәклеге булышлыҡ итә. Бөтәһенә лә билдәле адмирал һүҙе сыҡҡан әмир әл-бахр (ғәр. أمير البحر) һүҙенән килеп сыҡҡан.
Ҡытай етештереү технологияһын үҙләштереп, Һару-әр-Рәшит вәзирҙең улы, Ибн Фазыл 794 йылда бағдадта ҡағыҙ етештереү буйынса тәүге фабрика аса. Алты йылдан ошондай уҡ фабрика Мысырҙа, ә 950 йылда әл-Андалуста төҙөлә. Европала барлыҡҡа килгән тәүге ҡағыҙ charta damascaena тип атала, йәғни дамаск төргәктәре, улар етендән эшләнә[4].
Алтын быуат дәүерендә мосолмандар үҫешкән һуғарыу системаһын, шулай уҡ бер үк урында ике тапҡыр уңыш алырға мөмкинлек биргән һәйбәт уйланылған сәсеү әйләнешен булдыра алғандар.
880 йылда Ибн Фирнас исемле ғалим аэроплан рәүешендә тәүге аппарат эшләй. Ул бик оҙайлы ваҡыт һауала йөҙә һәм яйлап ергә төшә.
Ибн Рөшд, әл-Кинди һәм Әбү Хәмит Әл-Ғазали кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре фәлсәфәүи фекер йөрөтөүгә ҙур йоғонто яһай. IX быуатта ғәрәптәр антик тәбиғәт ғилеме һәм фәлсәфәүи ғантик мираҫы менән таныша. Уларҙың иғтибар үҙәгендә тәбиғәт белеме һәм логика мәсьәләләренә өҫтөнлөклөгө менән Аристотель фәлсәфәһе ҡыҙыһыныу уята. Әммә Аристотель философияһын үҙләштереү Афинала һәм Александрияла неоплатонизм мәктәптәре комментаторҙары хеҙмәттәре менән алыштырыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.