From Wikipedia, the free encyclopedia
Иттрий (лат. Yttrium, Y) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 3-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 39.
39 | Иттрий |
88,906 | |
4d15s2 |
Ябай матдә иттрий — аҡһыл-һоро төҫтәге металл. Ике кристаллы модификацияһы бар: α-Y — магний типлы гексагональ рәшәткәле, β-Y — куб рәшәткәле, күсеш температураһы α ↔β 1482 °C.
Иттрий элементының символы — Y (Иттрий тип уҡыла).
Иттрий 1794 йылда Гадолин Юһан тарафынан асыла.
1794 йылда фин химигы Юһан (Йоһанн) Гадолин (1760—1852) иттербит тигән минералдан иттрий тип атаған элемент оксидын тапҡан — исемен Стокгольм архипелагына инә торған Ресарё утрауындағы швед ауылы атамаһы буйынса биргән, сөнки иттербит бында буш ятҡан карьерҙа табылған. 1843 йылда Карл Мосандер был оксидтың ысынбарлыҡта иттрий, эрбий һәм тербий оксидтары ҡатнашмаһы булыуын иҫбатлай һәм был ҡатнашманан Y2O3 бүлеп сығара. Металлик иттрий үҙ сиратында 1828 йылда беренсе тапҡыр Фридрих Велер тарафынан алына.
Иттрий — лантандың химик аналогы. Кларкы 26 г/т, диңгеҙ һыуында миҡдары 0,0003 мг/л[8]. Иттрий һәр ваҡыт тиерлек лантаноидтар менән бергә минераль сеймалда була. Иттрийҙың төп минералдары — ксенотим YPO4, гадолинит Y2FeBe2Si2O10.
Иттрийҙың төп ятҡылыҡтары Ҡытай, АвстралияКанада, Һиндостан,Бразилия, Малайзияла урынлашҡан[9]. Байтаҡ запастары Японияның айырым иҡтисади зонаһында Тымыҡ океандың Минамитори утрауы янында һирәк осрай торған ер минералдарының тәрән һыуҙағы ятҡылыҡтарында табылған[10].
Иттрий ҡушылмалары һирәк ер металдары менән ҡатнашмаларҙан экстракция һәм ион алмаштырыу ярҙамында алына. Металл иттрий уның һыуһыҙ галогенидтарын литий йәки кальций ярҙамында тергеҙеп, һуңынан ҡушылмаларҙы дистилле ҡыуыу юлы менән алына.
Иттрий — аҡһыл-һоро төҫтәге металл . Ике кристаллы модификацияһы бар: Ике кристаллы модификацияһы бар: α-Y — магний типлы гексагональ рәшәткәле, β-Y — куб рәшәткәле; күсеш температураһы α ↔β 1482 °C, иреү температураһы — 1528 °C, ҡайнау температураһы — 3320 яҡынса °C. Иттрий механик эшкәртеүгә еңел бирелә.
Һауала иттрий ышаныслы һаҡлаусы оксид тышлығы менән ҡаплана. 370—425 °C ваҡытында оксидта ҡуйы ҡара тышлыҡ барлыҡҡа килә. Интенсив оксидлашыу 750 °C булғанда башлана. Компакт металл ҡайнап торған һыуҙа һауа кислороды менән оксидлаша, минераль кислоталар, һеркә кислотаһы менән тәьҫирләшә, фтороводород менән реакцияға инмәй. Иттрийҙы йылытҡанда галогендар, водород, азот, көкөрт һәм фосфор менән тәьҫир итешә. Оксид Y2О3 төп үҙенсәлектәргә эйә, уға Y(ОН)3 нигеҙе яуап бирә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.