Тербий

From Wikipedia, the free encyclopedia

Тербий
Remove ads

Тербий (лат. Terbium, Tb) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры — 65.

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ...
65
Тербий
158,925
4f96s2
Remove ads

Символы

Тербий элементының символы — Tb (Тербий тип уҡыла).

Тарихы

Тербий 1843 йылда Мосандер тарафынан асыла.

1843 йылда швед химигы К. Г. Мосандер Y2O3 концентратында ҡушылмалар таба һәм уларҙы өс фракцияға бүлә: иттрий, алһыу terbia (ул хәҙерге заман эрбий элементы) һәм төҫһөҙ erbia (быныһы тербий элементы булған). XХ быуат башында француз химигы Жорж Урбэн, ионлы алмашыу технологияһын ҡулланып, беренсе тапҡыр таҙа тербий ала[8].

Исеменең килеп сығышы

Химик элемент рәттән тағы өс (эрбий, иттербий, иттрий) менән бергә Иттербю ауылы хөрмәтенә исем алған — был ауыл Стокгольм архипелагына ингән Ресарё утрауында урынлашҡан.

Тәбиғәттә

Тербий кларкы ер ҡабығында (Тэйлор буйынса) — 4,3 г/т.

Ятҡылыҡтары

Тербий лантаноидтар[9] составына инә, Ҡытай, АҠШ, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Украина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавияла йыш осрай. Японияның айырым иҡтисади зонаһында Тымыҡ океандың Минамитори утрауы янында һирәк осрай торған ер минералдарының тәрән һыуҙағы ятҡылыҡтары запастары шаҡтай ҙур[10].

Сығарып алыу

Тербийҙы һирәк ер элементтары ҡатнашмаһынан ионлы хроматография йәки экстракция ысулдары менән айырып сығаралар.

Хаҡы

Тербий хаҡы таҙартыу дәрәжәһенә бәйле.

2013 йылда 99,91 % таҙа тербийҙың 1 грамын 64 евроға алырға мөмкин була[11].

2014—2016 йылдарҙа Рәсәйҙә 99,9 % таҙалыҡлы 2 грамм ауырлыҡтағы металл ҡойолмалар өсөн 150 евро һорайҙар[12].

Компьютер етештереүҙә

Һуңғы йылдарҙа компьютер етештереүҙә тербий ферриты айырым әһәмиәткә эйә була бара.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads