күренекле суфый шағиры From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәүләнә Йәләл әд-Ди́н Мөхәммәт Руми́ (фарс. محمد ابن محمد ابن حسین حسینی خطیبی بکری بلخیمحمد ابن محمد ابن حسین حسینی خطیبی بکری بلخیфарс. محمد ابن محمد ابن حسین حسینی خطیبی بکری بلخی;30 сентябрь 1207 йыл, Балх, Гуридтар Дәүләте — 17 декабрь 1273 йыл, Конья, Конья султанаты), Руми йәки Мәүләнә булараҡ билдәле— күренекле суфый шағиры[15]. Уның тыуған яғы Бәлхә төбәге (Афганистан һәм Тажикистандың хәҙерге өлөшө) атамаһы буйынса уны Мәүләнә Йәләл әд-Ди́н Мөхәммәт Бәлхә лә (фарс. محمد بلخىمحمد بلخىфарс. محمد بلخى), тип йөрөтәләр.[16]
XIII быуатта Конья ҡалаһында уның улы Солтан Үәләд Мәүләүи суфый орденына нигеҙ һала, йолаларҙы үтәгәндә улар Руми әҫәрҙәрен файҙалана. Руми — Ғосманлы Төркиәлә хәҙерге заманда ла йәшәп килгән тәриҡәт дәрүиштәренең рухи атаһы.
Йәләлетдин Руми Вахш ҡаласығында (хәҙерге Тажикстан), Хөрәсән провинцияһында ул ваҡытта эре төбәк булып иҫәпләнгән Бәлхәнең төньяҡ өлөшөндә,[16] халыҡ араһында популяр ғалим-дин белгесе- юрист һәм дин таратыусы суфый — Бәһә әд-Дин Үәләд (1148—1231) булараҡ билдәле Мөхәммәт бән Хөсәйен әл-Хатиби аль-Бәлхи ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы, монголдар һөжүменән ҡурҡып, тыуған ҡалаһынан ҡасып китергә мәжбүр була һәм, бик күп ерҙәр аша үтеп, Кесе Азияла (Рум) төрөк-һалйыуыттар ҡалаһы Коньяла төпләнә. Йәләл әд-Дин дин белгесе-юридик белемен алып ҡына ҡалмай, ә теүәл фәндәрҙе лә ихлас өйрәнә, ғәрәп һәм грек телдәрен, Ҡөрьән һәм уның тәфсирҙәрен яҡшы белә.
1231 йылда Йәләл әд-Диндең атаһы вафат була, һәм Йәләл әд-Дин һарайҙа уның урынын ала. Бала сағында төрлө ерҙәрҙә йәшәгәндә алған тәьҫораттары, Ирандағы социаль тынысһыҙлыҡ, монгол баҫҡынсылығының яҡынлашыуы Йәләл әд-Диндә суфый кәйефтәрен көсәйтә һәм 1244 йылдың ноябрендә, Шәмсетдин Тәбризи менән танышҡандан һуң, пантеизмда ғәйепләнелгән үтә ҡаты суфыйҙар араһына барып эләгә. Руми (Мәүләнә) «мәүләүи» дәрүиш орденының рухландырыусыһы була, атаһы вафатынан һуң Румиҙың улы шул исемдәге орденға нигеҙ һала. Йәләл әд-Диндең һуңғы йылдары әҙәби ижадҡа һәм дин таратыу эшмәкәрлегенә арнала.
Румиҙың әҙәби эшмәкәрлеге күп төрлө булмаһа ла бик әһәмиәтле. Йәләл әд-Дин иң тәүге сиратта шағир була. Уның әллә ни ентекләп тикшерелмәгән лирик «Диваны» кәсидә, гәзәл һәм дүрт юллыҡ робағиҙарр менән тулы. Шағир үҙ ижадында кеше ҡиммәттәренә туҡтала; ул йолаларҙы үтәгәндә күҙәтелгән формализмға һәм схоластикаға ҡаршы сығыш яһай.
Йәләл әд-Диндең эпик- дидактик «Мәснәүи» (Ике юллыҡтар) поэмаһы (50000-гә яҡын шиғыр) идеаллаштырыуҙы һәм тормоштағы күренештәрҙе берлектә күрһәтә. Шағир эпик формала суфыйсылыҡ энцеклопедияһын төҙөп ҡалдыра.
«Мәснәүигә» бер сюжет линияһы һалынмаған; әммә әҫәр тулыһынса рухи күтәренкелек менән һуғарыла; ике юллыҡтар бер үк ритмда яңғырай. Эпик өлөштәрендә Йәләл әд-Дин рәссам-реалист, ваҡыты менән натуралист булараҡ сығыш яһай.
«Мәснәүи» — мосолман донъяһында хөрмәт ителгән һәм ентекле уҡылған китаптарҙың береһе. Донъя әҙәбиәтендә Йәләл әд-Дин бөйөк шағир-пантеист тип аталырға хаҡлы.
Ғосманлы Төркиә аристократтары араһында Мәүләүи орденының йоғонтоһо көслө була.
Румиҙың тормошо Орхан Памуктың «Ҡара китап» (1990) һәм Элиф Шафаҡтың «Мөхәббәттең 40 ҡағиҙәһе» тигән романдары сюжетына нигеҙ итеп алынған.
Всему, что зрим, прообраз есть, основа есть вне нас,
Она бессмертна - а умрет лишь то, что видит глаз.
Не жалуйся, что свет погас, не плачь, что звук затих:
Исчезли вовсе не они, а отраженье их.
А как же мы и наша суть? Едва лишь в мир придем,
По лестнице метаморфоз свершаем наш подъём.
Ты из эфира камнем стал, ты стал травой потом,
Потом животным - тайна тайн в чередованье том!
И вот теперь ты человек, ты знаньем наделен,
Твой облик глина приняла, - о, как непрочен он!
Ты станешь ангелом, пройдя недолгий путь земной,
И ты сроднишься не с землей, а с горней вышиной.
О Шамс, в пучину погрузись, от высей откажись -
И в малой капле повтори морей бескрайних жизнь.[17]
Сборники:
Йыйынтыҡтар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.