From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы (2 май 1936 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре, БАССР Юғары Советының дүрт саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, КПСС-тың XXVIII съезы делегаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1975), профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы | ||||
Тыуған көнө | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||
Ил | ||||
Ғилми даирәһе |
ауыл хужалығы | |||
Эшләгән урыны |
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы | |||
Альма-матер | ||||
Ғилми дәрәжәһе |
ауыл хужалығы фәндәре кандидаты | |||
Ғилми исеме |
профессор | |||
Награда һәм премиялары |
| |||
Радил Мөхәмәтдинов 1975 йылдың 2 июнендә «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Уның ул ваҡыттағы тикшеренеү өлкәһе — республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә бойҙай үҫтереү үҙенсәлектәре була.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының гражданлыҡ хоҡуҡтары кафедраһында эшләү дәүерендә рус телендә «Основы хозяйственного права», «Основы хозяйственного законодательства», «Основы земельного права» тигән һәм башҡа уҡыу ҡулланмалары әҙерләй, төрлө фәнни йыйынтыҡтарҙа күп һанлы фәнни һәм ғилми-уҡытыу йүнәлешендәге хеҙмәттәрен баҫтыра.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.