Оло Өйҙөрәк
From Wikipedia, the free encyclopedia
Оло Өйҙөрәк (рус. Большой Удряк) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Йылға Дим йылғаһының һул ярына тамағынан 126 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 53 км.
Ҡыҫҡа факттар Оло Өйҙөрәк, Характеристика ...
Оло Өйҙөрәк | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 53 км |
Бассейн | 902 км² |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Быҙаулыҡ янында |
Тамағы | Дим |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 126 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 54°32′18″ с. ш. 54°53′23″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Дим → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | ![]() |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
РДҺР | 10010201312111100024885 |
Ябырға
Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылынан төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта башлана. Благовар һәм Дәүләкән райондары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Урта Өйҙөрәк йылғаһы тамағынан — Дәүләкән районы буйлап көнсығышҡа табан аға.
Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,3 куб/с. Бассейн рельефы убалы. Ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан тора. Бассейнының 8 процентын урман ҡаплаған, 50 проценттан ашыуы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: Ҡурай йылғаһы, Урта Өйҙөрәк йылғаһы, Кесе Өйҙөрәк йылғаһы (бөтәһе лә уң ҡушылдыҡтары).