Органик булмаған химия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Органик химия — химияның барлыҡ химик элементтарҙың һәм уларҙың органик булмаған берләшмәләренең тәҙөлөшөн, реакция һәләтен һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Был өлкә органик матдәләрҙән башҡа (бер нисә ябай, ғәҙәттә, органик булмағандарға ҡараған органик ябай берләшмәләрҙән тыш, углерод ингән берләшмәләр класы[1]) үҙ эсенә барлыҡ химик берләшмәләрҙе ала. Углеродлы органик һәм органик булмаған берләшмәләр араһында айырма ҡайһы бер күҙаллауҙар буйынса ирекле[2]. Органик булмаған химия химик элементтарҙы, уларҙан барлыҡҡа килгән ябай һәм ҡатмарлы матдәләрҙе (органик берләшмәләрҙән тыш) өйрәнә. Заманса техника материалдарын булдырыуҙы тәьмин итә. 2013 йылға ҡарата билдәле органик булмаған матдәләр һаны 500 мең тирәһе
Органик булмаған химия | |
Өйрәнеү объекты | неорганическое соединение[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | органик химия |
Органик булмаған химия Викимилектә |
Органик булмаған химияның теоретик нигеҙе булып тора периодик закон һәм уның буйынса эшләнгән Менделеевтың периодик системаһы тора. Органик булмаған химияның төп бурысы — заманса техника талап иткән кәрәкле яңы материалдар булдырыу ысулдарын эшләү һәм фәнни яҡтан нигеҙләү.
Рәсәйҙә органик булмаған химия өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән Рәсәй Фәндәр академияһының А. В. Николаев исемендәге Ограник булмаған химия институты (ИНХ СО РАН, Новосибирск), Н. С. Курнаков исемендәге Дөйөм һәм органик булмаған химия институты (ИОНХ РАН, Мәскәү), Керамика материалдарының физик-химик проблемалары институты (ИФХПКМ, Мәскәү), «Бик ҡаты материалдар» Фәнни-техник үҙәге (НТЦ СМ, Троицк) һәм башҡа учреждениелар шөғөлләнә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре журналдарҙа баҫыла («Органик химия журналы» 2016 йыл 4 март архивланған. һ. б.).