From Wikipedia, the free encyclopedia
Охот диңгеҙе (рус. Охотское море) — Тымыҡ океан диңгеҙе.
Охот диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Төньяҡ-Көнсығыш Азия |
Майҙаны | 1603 мең км² |
Күләме | 1316 мең км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 3916 м |
Уртаса тәрәнлек | 1780 м |
Охот диңгеҙе Викимилектә |
Океандан Камчатка ярымутрауы, Курил утрауҙары һәм Хоккайдо утрауы менән айырыла. Лаперуза һәм Невельский (Мамия) боғаҙҙары аша Япон диңгеҙе менән тоташа. Диңгеҙ һыуҙары Рәсәй Федерацияһы һәм Япония ярҙарын йыуа.
Майҙаны — 1603 мең км². Уртаса тәрәнлеге — 1780 м, максималь тәрәнлеге — 3916 м.
Октябрҙән май-июнгә тиклем диңгеҙҙең төньяҡ өлөшө тулыһынса боҙ менән ҡапланған. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө туңмай тиерлек. Төньяҡта яр буйы ныҡ йырғыланған, төньяҡ-көнсығышта диңгеҙҙең иң ҙур ҡултығы — Шелихов ҡултығы урынлашҡан. Диңгеҙгә ҡойоусы иң ҙур йылғалар — Амур, Охот, Кухтуй.
Балыҡ тотоу (лосось, сельдь, минтай, мойва, навага һ.б.), диңгеҙ хайуандарын аулау (камчатка диңгеҙ ҡыҫалаһы), нефть һәм газ сығарыу тармаҡтары үҫешкән. Төп порттары: ҡитғала — Магадан, Аян, Охотск; Сахалин утрауында — Корсаков, Курил утрауҙарында — Төньяҡ Курильск.
2014 йылдың 15 мартынан алып БМО ҡарарына ярашлы, Хоккайдо утрауы янындағы бәләкәй өлөштән башҡа, Охот диңгеҙе Рәсәй Федерацияһының айырым иҡтисади зонаһына индерелә[1].
Охот диңгеҙе атамаһы Охот йылғаһы исеменән алынған, ә ул үҙ сиратында эвен телендәге «Окат» (йылға) һүҙенән барлыҡҡа килә. Элекке атамалары — Лам диңгеҙе (эвен телендә «лам» — «диңгеҙ») һәм Камчатка диңгеҙе[2]. Япондар борон диңгеҙҙе Хоккай (北海; «Төньяҡ диңгеҙ») тип атаһалар, хәҙер Охоцуку-кай (オホーツク海) тип исемләйҙәр.
Диңгеҙҙең өҫкө ҡатламдарындағы уртаса һыу температураһы ҡышын −1,8 °C-тан +2,0 °C-ҡа тиклем, йәйен +10 °C-тан +18 °C-ҡа тиклем тирбәлә.
Горизонт м | Ғинуар | Февраль | Март | Апрель | Май | Июнь | Июль | Август | Сентябрь | Октябрь | Ноябрь | Декабрь |
0 | 2,37 | 0,34 | -0,44 | 0,05 | 1,27 | 2,08 | 5,26 | 6,04 | 10,0 | 8,12 | 4,47 | 3,08 |
10 | 2,38 | 0,32 | -0,42 | 0,10 | 1,30 | 1,68 | 4,48 | 5,47 | 8,20 | 6,76 | 5,03 | 3,09 |
20 | 2,37 | 0,33 | -0,23 | 0,10 | 1,14 | 1,47 | 3,57 | 4,07 | 6,31 | 6,45 | 4,56 | 3,09 |
50 | 2,50 | 0,86 | -0,09 | 0,25 | 0,38 | 1,10 | 1,70 | 2,16 | 2,42 | 4,17 | 3,48 | 3,06 |
100 | 3,06 | 1,01 | 0,29 | 0,50 | 0,12 | 0,98 | 1,30 | 1,53 | 1,90 | 2,53 | 2,46 | 2,66 |
200 | 2,25 | 1,46 | 0,60 | 0,70 | 0,72 | 0,94 | 1,16 | 1,41 | 1,13 | 1,68 | 1,44 | 1,59 |
400 | 1,71 | 1,21 | 1,25 | 1,10 | 1,23 | 1,01 | 1,11 | 1,28 | 1,44 | 1,49 | 1,39 | 1,15 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.