From Wikipedia, the free encyclopedia
Песковатская Лопатина урманы — Ростов өлкәһенең Үрге Дон районындағы төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе категорияһына ҡарай. Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлауҙы Ростов өлкәһенең тәбиғәт ресурстары һәм экологияһы Министрлығы тәьмин итә[1].
Песковатская Лопатина урманы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 90 йәки 92 га |
Урынлашыуы | |
49°59′ с. ш. 41°19′ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Ростов өлкәһе |
Песковатская Лопатина урманы Үрге Дон районының иң үҙәгендә урынлашҡан. Көнсығышта ул Песковатская Лопатина хуторы менән сикләнә. Урман Үрге Дон урмансылыҡ территориаль бүлеге Еремин участка урмансылығының 55-се квадратын биләй. Бер мәғлүмәт буйынса Песковатская Лопатина урманы 90 гектар тәшкил итә, икенсе мәғлүмәттәр буйынса — 92 гектар[2]. Ростов өлкәһенең 2006 йылдың 18 октябрендә ҡабул иткән № 418-се һанлы «Ростов өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында» Ҡарарына ярашлы эшләүсе тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора[1].
Песковатская Лопатина урманы биләмәһендә ҡоштарҙың төрлө төрҙәре йәшәй. Урмандың көньяҡ өлөшө — ҡара саған, ялан сағаны, татар сағаны, ҡорос ағасы, йүкә кеүек ағас төрҙәре үҫкән биләмә. Уның биләмәһендә Ростов өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән үҫемлектәр үҫә: тайтояҡ, платан һымаҡ саған, йыла, күп йыллыҡ үръяпраҡ. Һаңғырау кесерткән һымаҡтар ғаиләһенә кергән үләндәренең бер төрө еҫлекәй Clinopodium vulgare L таралған[1]. Уның тураһында мәғлүмәт Көньяҡ федераль университеттың электрон гербарийында бар[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.