From Wikipedia, the free encyclopedia
Рогожкино — Рәсәйҙең Ростов өлкәһенең Аҙау районы утары. Рогожкино утары Ростов өлкәһе Рогожкино ауыл биләмәһенең үҙәге булып тора. Халҡы — яҡынса 1000 кеше.
Утар | |
Рогожкино | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район |
Аҙау |
Ауыл биләмәһе |
Рогожкино |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Николенко Рита Владимировна |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы |
1000 тирәһе кеше |
Телефон коды |
+7 86342 |
Почта индексы |
346743 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Утар башлығы (ауыл биләмәһе башлығы) — Николенко Рита Владимировна[1].
Ауылға 1838 йылда нигеҙ һалынған[1].
Утар Дон йылғаһы тармағы Ҙур Кутерьма ҡултығының уң ярында урынлашҡан.
Торлаҡ пункт | Алыҫлыҡ | |
---|---|---|
1 | Аҙау ҡалаһы | 14,2 км |
2 | Дондағы Ростов ҡалаһы | 41,2 км |
3 | Батайск ҡалаһы | 46,0 км |
4 | Таганрог ҡалаһы | 50,3 км |
5 | Аҡсай ҡалаһы | 58,5 км |
2004 йылда урамдарҙың береһе асфальтланған[2].
|
|
|
Рогожкино утарында мәктәп, китапхана, мәҙәниәт йорто, 3 магазин, ресторан, үҙенең профсоюзы менән балыҡ артеле[3] кәмә станцияһы[4], почта[5], һыу инеү өсөн пантон[6], «Рогожкино» ҡунаҡханаһы бар[7]. Ауылға газ, электр үткән, һыу үткәргес[8] һәм телефон бар[9].
Рогожкино утарына бай археологик ҡомартҡы насип булған. Унан 2,2 км көнсығышта һуңғы бронза осоронда «Бубнов Ерик» археологик комплексҡа ингән өс ауыл булған. Был ауылдарҙа төрлө боронғо күсмә халыҡтар йәшәгән. Тарихсылар ауылды оҙайлы период, б.э.тиклем IV меңйыллыҡтан X быуатҡа тиклемге тип даталайҙар.[10]. Урта быуаттарҙа бында огуз ҡәүемдәре төпләнә, улар араһында балыҡсылыҡты, малсылыҡты һәм игенселекте берләштереүсе комплекслы хужалыҡ алып барған төркөмдәр була. Тап огуздарҙың булыуы XII быуатта яңы ултыраҡ ауылдарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән, моғайын. Ауыл «Дон дельтаһы» тәбиғәт һәм тарихи-археологик комплекстың бер өлөшө булып тора. Ул дәүләт һаҡлауы аҫтында, сөнки Рәсәй Федерацияһының урындағы әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫы тип танылған[11].
Утарҙың уртаһында, фельдшер-окушер пункт һәм мәктәп баҡсаһы эргәһендә[12] төрлө мәҙәни ҡатламдарҙа археологтар беҙҙең эраның беренсе мең йыллығына ҡараған ауылдар төркөмөн табалар[13]. Бында үҙенсә уникаль комплекс һәм юрта һымаҡ торлаҡ тикшерелә.
Утарҙың көнсығышында Кабачный йырыны һәм Рогожкино балыҡ хужалығы быуалары араһында тупраҡ ҡәберлек (грунтовый могильник) табылған[14]. Бер нисә бер кешелек тупраҡ һәм ҡурған ҡәберлеге билдәле. Уларҙың береһе, һыбайлы ҡәберлеге[15].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.