From Wikipedia, the free encyclopedia
Сатира (латинса satira) — мәрәкә һәм мәҙәктең (комизмдың) сәнғәттә әсе һәм үткер сағылышы. Беҙҙең әйләнә-тирәләге төрлө (башлыса кире) күренештәрҙе күп яҡлы көлдөргөс һәм көлкө саралар: сарказм, ирония, гипербола, гротеск, аллегория, пародия һәм башҡалар ярҙамы менән һәм поэтик кәмһетеү аша фаш итеү жанры. Унда Гораций, Персий, бигерәк тә Европа классицизмы өсөн уның иң һуңғы формаһын билдәләгән Ювенал әле лә һоҡланырлыҡ уңыштарға ирешә. Сәйәси сатира жанрына Аристофандың Афиналағы халыҡ власы тураһындағы әҫәрҙәре туранан-тура йоғонто яһай.
Сатирала юмор тура тәнҡитте йомшартыу өсөн ҡулланыла, юғиһә сатира вәғәз төҫө алыр ине. Был сатирик әҫәрҙәрҙең тәүгеләре өсөн үк хас күренеш.
«Сатира» (француз телендәге «satire», латин телендәге «satira», боронғораҡ формаһы — «satura») үҙләштерелгән һүҙ — аллаларға йыл һайын алып барылған төрлө аш-һыу менән тулы табаҡ; десерт; ҡатнашма, шиғри ҡатышма; күсмә мәғәнәһе: ҡатышма, ваҡ-төйәк.
Үҙенең тарихи сығышы яғынан Боронғо Рим әҙәбиәтендә «сатира» — ул поэтик әҫәр, әҙме-күпме әһәмиәтле күләмле лирик шиғыр. Унда беҙ айырым типик заттарҙың йәки күренештәр һәм заттарҙың киң бер төркөмө үҙенсәлектәрен һәм сифаттарын әҙме-күпме кире яҡтан йәки ҡаты ғәйепләп һәм нәфрәт менән һүрәтләүҙе күрәбеҙ. Әҫәрҙең һөжүм һәм фаш итеү йөкмәткеһе яғынан сатиранан памфлет һәм пасквиль айырылып тора; һуңғыһы авторҙың теге йәки был заттарға һөжүм итеүе һәм уларҙы фаш итеүендә ниәттәренең мораль бысраҡлыҡтары менән характерлана. Ә памфлет — ҡайһы бер осраҡта тик публицистик сығыш, әммә ул айырым заттарға ҡаршы яуаплы ирекле һүҙ бейеклегендәге художестволы сатира.
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.