Севилья

From Wikipedia, the free encyclopedia

Севильяmap

Севилья (исп. Sevilla [seˈβiʎa]) — Испанияның көньяғындағы ҡала, халыҡ һаны яҡынса 700 мең кеше. Гвадалквивир йылғаһының ике ярында ла урынлашҡан. Андалусия һәм Севилья провинцияһының автоном берләшмәһенең баш ҡалаһы булып тора. Легенда буйынса, грек геройы Геракл тарафынан нигеҙ һалына. Ҡала халҡы испанса «севилья́нос» тип атала.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Статус ...
Ҡала
Севилья
исп. Sevilla
ThumbПлощадь Испаниирека Гвадалквивир
Флаг[d] Герб[d]
Thumb Thumb
Ил

Испания

Статус

муниципия; центр автономного сообщества, провинции и комарки

Авт. сообщество

Андалусия

Провинция

Севилья

Комарка

Большая Севилья

Координаталар

37°23′ с. ш. 5°59′ з. д.HGЯO

Эске бүленеш

11 районов

Мэр

Хуан Эспадас[d][1]

Майҙаны

140,8[2] км²

Бейеклеге

12 м

Халҡы

684 234[3] кеше (2021)

Тығыҙлығы

5016,80 кеше/км²

Этнохороним

севилья́нцы, севилья́нец,
севилья́нка[4]

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

(+34) 95*

Почта индексы

410**

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

sevilla.org  (исп.)

Thumb
Испания Севилья ещё не имеет позиционной карты.
Испания Севилья Севилья (город) ещё не имеет позиционной карты.
Ябырға

Севилья халыҡ һаны буйынса Испанияла — дүртенсе, эре сәнәғәт һәм сауҙа үҙәге, шулай уҡ туризм үҙәге булып тора. Гвадалквивир йылғаһының ике яғынан да уңдырышлы тигеҙлектә урынлашҡан. Яҡшы үҙләштерелгән тигеҙлектәге йылға буйлап Севильяға тиклем суднолар, шулай уҡ диңгеҙ караптары ла йөрөй. Ҡаланың боронғо өлөшө Гвадалквивирҙың һул ярында урынлашҡан Һәм Лос Умерос, Сестериа, Баратильо, Карретериа, Ресолана, Сан Бернардо, Сан Роке и ла Кальсада, шулай уҡ Макарена ҡалалары сиге менән уратып алынған. 66 манаралы боронғо ҡала диуарынан бөгөн фрагменттар ғына тороп ҡалған. Йылғаның уң ярында Триана районы урынлашҡан.

Климаты

Севильяла Урта диңгеҙ климаты.

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы-18,6 °C
  • Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары-534 мм
  • Һауаның сағыштырма дымлылығы — 61 %
Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 24,2 28,0 30,8 35,4 39,1 45,2 46,6 45,2 42,6 36,6 31,2 24,5 46,6
Уртаса максимум, °C 15,9 17,9 21,2 22,7 26,4 31,0 35,3 35,0 31,6 25,6 20,1 16,6 24,9
Уртаса температура, °C 10,6 12,2 14,7 16,4 19,7 23,9 27,4 27,2 24,5 19,6 14,8 11,8 18,6
Уртаса минимум, °C 5,2 6,7 8,2 10,1 13,1 16,7 19,4 19,5 17,5 13,5 9,3 6,9 12,2
Абсолют минимум, °C −4,4 −5,5 −2 1,0 3,8 8,4 11,4 12,0 8,6 2,0 −1,4 −4,8 −5,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 65 54 38 57 34 13 2 6 23 62 84 95 534
Сығанаҡ: Испанское бюро метеорологии
Ябырға

Административ бүленеше

Thumb
Севилья райондары һәм эргә тирәләге муниципиялар

Административ яҡтан Севилья 11 районға бүленгән (исп. distritos): Бельявиста-Ла-Пальмера, Лос-Ремедиос, Макарена, Нервьон, Северный, Сан-Пабло-Санта-Хуста, Серро-Амате, Каско-Антигуо, Триана, Эсте-Алькоса-Торребланка, Көньяҡ: улар, үҙ сиратында, төбәктәргә бүленгән (исп. barrios).

Ҡала күренештәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.