Серб аш-һыуы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Серб аш-һыуы — серб халҡының традицион аш-һыуы. Ул үҙ эсенә Византия империяһы, Греция, Төркиә һәм Венгрия аш-һыуҙарының элементтарын алған. Бының сәбәбе — был илдәрҙең оҙайлы тарихи бәйләнешендә, уларҙың географик торошоноң, ҡулланылған аҙыҡ-түлектәренең оҡшашлығында. Серб аш-һыуы үҙ эсендә төрлө илдәрҙең аш-һыу традицияларын берләштерә. Кондитер магазины кәштәләрендә гармониялы итеп коливо, пахлава, сәтләүек роллы (ореховник) һәм Захер торты урынлаша. Төрөк аш-һыуының йоғонтоһо, мәҫәлән, һәр ресторанда тиерлек тәҡдим ителгән кюфте, люля-кебабы, аша-кебабы, шешлектең төрлө төрҙәре, һарыҡ итенән былауҙа асыҡ күренә. Сербияның төньяғында венгр, румын һәм болгар аш-һыуының (кухняһының) йоғонтоһо ныҡ һиҙелә, унда сусҡа итенән ашамлыҡтар киң таралған. Шулай уҡ теләүселәр кукуруздан йәймәне һәм мамалыганы тәмләй ала[1]. Һуңғы йылдарҙа, серб диаспораһының күплеге сәбәпле, серб аш-һыуын бөтә донъя буйлап ауыҙ итергә мөмкин.
Сербия халҡының күпселеге, ҡағиҙә булараҡ, көнөнә өс тапҡыр ашай (иртәнге аш, төшкө һәм киске аш). Төшкө аш иң мөһиме һанала, шуға ла ул иң күп ваҡытты биләй. XIX быуатҡа тиклем Сербияла бары тик төшкө һәм киске ашты ашау ғына булған, иртәнге ашты ашамағандар[2].