Төркиә төркмәндәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Төркмәндәр (рус. туркуманы, туркманы; әзерб. Türkümənlər, Türkmanlar или Türkəmənlər, төркм. Türkmenler, төр. Türkmenler) — көнсығышта уғыҙ төрки халыҡтарға ҡарата ҡулланылған термин[1][2]. Урта быуат авторҙары Әл-Бируни менән Мәрүәзи яҙыуынса, Ислам ҡабул иткән уғыҙҙарҙы атағандар[3].
Төркиә төркмәндәре |
Башта экзоним булараҡ ҡулланылған атама яҡынса Юғары урта быуаттар осоронда боронғо төрк (türk) атамаһы һәм ырыуҙар атамаһы (баят, баяндур, афшар, кая һәм башҡалар) менән бер рәттән[3] Анатолия, Әзербайжан, Иран, Төркмәнстан уғыҙ ҡәбиләләренең этнонимы рәүешендә әйтелә башлай.
Анатолияла Ахырғы урта быуаттарҙа дәүләт һәм идара иткән династия исеменән сығып османлы төрктәр атамаһы уны ҡыҫырыҡлап сығарған. Әзербайжанда XVII быуатта милләт атамаһы булып ҡулланылмай башлай, әммә ярым күсмәндәргә ҡарата «терекемем» төшөнсәһе ҡала әле[4].
Бөгөн был этнонимды Урта Азия төркмәндәре (башлыса Төркмәнстан), шулай уҡ Ираҡ һәм Сүриәләге уғыҙ тоҡомдары йөрөтә.