From Wikipedia, the free encyclopedia
Михаил Александрович Шолохов (24 май 1905 йыл — 2 февраль 1984 йыл) — рус совет яҙыусыһы.
Михаил Александрович Шолохов | |||||||||||||||||||||
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы Дон Ғәскәре өлкәһе Донецк округы (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Ростов өлкәһе) Вёшенская станицаһы Кружилин утары | ||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Вафат булған урыны: |
СССР, РСФСР, Ростов өлкәһе Вёшенская станицаһы | ||||||||||||||||||||
Гражданлығы: | |||||||||||||||||||||
Эшмәкәрлеге: | |||||||||||||||||||||
Йүнәлеше: |
социалистик реализм | ||||||||||||||||||||
Жанр: |
роман, хикәйә, очерк | ||||||||||||||||||||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |||||||||||||||||||||
Премиялары: |
| ||||||||||||||||||||
Наградалары: |
| ||||||||||||||||||||
Ҡултамғаһы: | |||||||||||||||||||||
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |||||||||||||||||||||
Михаил Александрович Шолохов 1905 йылдың 24 майында хәҙерге Ростов өлкәһенең Шолохов районына инеүсе Кружилин утарында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
1910 йылда ғаиләләре Каргинская станицаһына йәшәргә күсә.
1914 йылда М. А. Шолохов Мәскәүҙә ир балалар гимназияһының әҙерлек класында уҡый.
1915—1918 йылдарҙа Воронеж губернаһының Богучар ҡалаһындағы гимназияның 4 класын тамамлай.
Граждандар һуғышында ҡатнаша, аҙыҡ-түлек отрядында хеҙмәт итә.
1922 йылда Мәскәүгә йәшәргә күсә һәм әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай, тәүге әҫәрҙәре — фельетондары матбуғатта донъя күрә.
1924 йыл аҙағында Каргинская станицаһына әйләнеп ҡайта һәм элекке станица атаманының ҡыҙына, Мария Петровна Громаславскаяға, өйләнә. Декабрҙә «Молодой ленинец» гәзитендә «Миң» исемле тәүге хикәйәһе баҫыла.
1924—1925 йылдарҙа «Дон хикәйәләре», «Зәңгәрһыу дала» хикәйәләр китаптарын ижад итеп, донъяға сығара.
1925 йылда Михаил Шолохов «Тымыҡ Дон» әҫәрен яҙа башлай, дүрт китаптан торған роман-эпопеяны 1940 йылда тамамлай.
1932 йылда шәхси хужалыҡтарҙы коллективлаштырыуға арналған «Күтәрелгән сиҙәм» романын ижад итә башлай.
1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби хәбәрсе булып эшләй. «Донда», «Көньяҡта», «Казактар» һәм башҡа очерктары, «Нәфрәт фәне» (1942) хикәйәһен яҙып баҫтыра. «Улар Ватан өсөн һуғышты» романының тәүге бүлектәрен ижад итә.
Һуғыштан һуңғы ғүмеренең аҙағына тиклем Ростов өлкәһенең Вешенская станицаһында йәшәй, «Кеше яҙмышы» (1956—1957) хикәйәһен яҙып баҫтыра, «Күтәрелгән сиҙәм» романының икенсе китабын тамамлай, «Тымыҡ Дон» романын художество йәһәтенән камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай.
1965 йылда «Тымыҡ Дон» роман-эпопеяһы өсөн Нобель премияһына лайыҡ була.
1984 йылдың 21 февралендә вафат була һәм Вешенская станицаһында, Дон йылғаһы ярында ерләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.