From Wikipedia, the free encyclopedia
Юон Константин Федорович (24 октябрь 1875 йыл — 11 апрель 1958 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, пейзаж оҫтаһы, сценограф, сәнғәт теоретигы, педагог. СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1950). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943).
Константин Федорович Юон 1875 йылдың 12 (24) октябрендә Мәскәүҙә немец һәм швейцар ғаиләһендә тыуған. Атаһы — страховкалау компанияһы хеҙмәткәре, һуңыраҡ — уның директоры; әсәһе — музыкант.
1892 йылдан 1898 йылға тиклем Мәскәү һынлы сәнғәт, төҙөлөш һәм һәйкәл ҡойоу училищеһында уҡый. Уның уҡытыусылары К. А. Савицкий, А Е. Архипов, Н. А. Касаткин була.
Училищены тамамлағас, ике йыл А. В. Серов оҫтаханаһында эшләй. Һуңынан үҙ студияһын булдыра, унда 1900 йылдан 1917 йылға тиклем И. О. Дудин менән бергә уҡыта. Уның уҡыусылары А В. Куприн, В А. Фаворский, В И. Мухина, ағалы-ҡустылы Весниндар, В А. Ватагин, Н. Д. Колли, А В. Грищенко, М. Г. Ройтер, Н. Терпсихоров, Ю А. Бахрушин була.
1903 йылда Рус рәссамдары союзының ойоштороусыларының береһе була. Шулай уҡ «Сәнғәт донъяһы» берекмәһе ҡатнашыусылары исемлегенә инә.
1907 йылдан театр декорациялары өлкәһендә эшләй, атап әйткәндә, Парижда С. П. Дягилевтың «Рус миҙгелдәре» сиктәрендә «Борис Годунов» опера постановкаһын биҙәй.
Революцияға тиклемге ижадының төп темаһы айырым башҡарыу манераһында була, улар рус ҡалаларының пейзаж яҡтылығы (Мәскәү, Сергиев Посад, Түбәнге Новгород һәм башҡа), киң перспектива менән, сиркәүҙәр һүрәте, халыҡ кейемендә ҡатын-ҡыҙҙар, урыҫ көнкүрешенең традицион йолалары менән менән һуғарылған
Мәҫәлән, «Купола и ласточки. Успенский собор Троице-Сергиевой лавры» (1921 г.) картинаһы киң билдәлелек яулай. Был панорамала пейзаж, аяҙ күк аҫтында ер кинәнә, һәм алғы планда ҡояш яҡтыһында алтын семәрле тәреләр менән көмбәҙҙәр балҡый. Мотивы эффектлы ғына түгел, шулай уҡ сиркәүҙең тарихи һәм мәҙәни ролен кәүҙәләндерә[10][11].
Революциянан һуң да Рәсәйҙә ҡала. Революцион хәл-ваҡиғаларға ҡарата «Яңы планета» картинаһын яҙа[12]. Совет осоронда, рәссам унда «Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһының ижади әһәмиәтен» күрһәткән тип иҫәпләнә. Хәҙерге Рәсәйҙә ул, айырым алғанда, Иван Шмелевтың Ҡырымда Ҡыҙыл террорҙы һурәтләгән «Солнце мертвых» китабының тышында яңынан тыуа.
Башҡа «космос» «Люди» картинаһында" (1923), шулай уҡ яңы донъя төҙөү тураһында һүҙ бара.
1925 йылда революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы (АХРР) ағзаһы була. 1923 йылда «Парад Красной армии» (1923) картинаһын яҙа.
1948 йылдан 1950 йылдарға тиклем СССР Рәссамдар академияһының һынлы сәнғәт теорияһы һәм тарихы фәнни-тикшеренеү институтының директоры булып эшләй. Һынлы сәнғәт жанры эштәренән тыш, ул театр постановкалары биҙәү буйынса, шулай уҡ графика менән шөғөлләнеүҙе дауам итә.
1952 йылдан 1955 йылға тиклем В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик рәсем сәнғәте институтында профессор сифатында, шулай уҡ башҡа уҡыу йорттарына уҡыта (Ленинградта И. Е. Репин исемендәге институтта, Мәскәүҙә ситтән тороп уҡыу сәнғәт халыҡ университетын]]да)
СССР Рәссамдар академияһы академигы (1947). 1957 йылдан СССР Рәссамдар союзы идаралығының беренсе секретары була
1951 йылда ВКП(б.)-ға инә
1958 йылдың 11 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнә (участок № 4)[13].
Рәссам йәшәгән һәм эшләгән Мәскәү йортонда (Земляной Вал урамы, 14-16), мемориаль таҡта ҡуйылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.