From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡарлыхан (рус. Карлыха́ново) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Ҡарлыхан ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1343 кеше булған[2]. Почта индексы — 452592, ОКАТО коды — 80210813001.
Ауыл | |
Карлыханово башҡ. Ҡарлыхан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452592 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Ҡарлыхан ауылы Нөгөш һәм Әй ҡушылдығы Ыйыҡ йылғалары араһында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 42 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 76 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
XIX быуаттың 2-се яртыһында Златоуст өйәҙе территорияһында Нөгөш ауылы кешеләре шул уҡ өйәҙ ерҙәрендә Ҡарлыханов утарына нигеҙ һала. Крайҙы өйрәнеүселәрҙең ҡайһы бере Ҡарлыхан (Нөгөш) ауылына утар сифатында XX быуат башында нигеҙ һалынған. 1886 йылда Ҡарлыхан ҡасабаһы Нөгөш ауылынан бүленеп сыға һәм үҙ аллы ауылға әйләнә. Был осорға тиклем ике ауыл халҡы бергә иҫәпкә алынған булған. Ҡарлыхан ауылы тигеҙ генә үҫешкән.
1895 йылда Ҡарлыхан ауылындағы 349 хужалыҡта 2480 кеше йәшәгән[4].
1902 йылда 380 хужалыҡта — 2284, 1920 йылда 510 хужалыҡта — 2547 кеше йәшәгән.
1906 йылда 1883 йылда төҙөлгән сиркәү, 1884 йылдан 2 класлы министр һәм земство училищелары, 17 тимерлек, 2 мануфактура һәм 6 бакалея кибете, 3 һыу тирмәне теркәлгән.
XIX—XX быуаттар сиктәрендә ауылда һарыҡ тиреһен эшкәртеүсе, 3 синиль, май төшөрөү йорто, 8 кибет булған[5][6].
Әлеге ваҡытта Ҡарлыхан ауылында урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто («Родные напевы» урыҫ халыҡ фольклор ансамбле менән дан тота), 2 китапхана бар[7].
Ҡарлыхан ауылында урыҫтар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 3547 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 2467 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 2535 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1738 | 827 | 911 | 47,6 % | 52,4 % |
2002 йыл 9 октябрь | 1640 | 797 | 843 | 48,6 % | 51,4 % |
2010 йыл 14 октябрь | 1343 | 651 | 692 | 48,2 % | 51,5 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.