From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡораласыҡ (рус. Каралачик) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 553 кеше булған[1]. Почта индексы — 453291, ОКАТО коды — 80254827001. Милли состав: татарҙар-96 %.
Ҡораласыҡ Ҡораласыҡ | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 638 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 553 | 248 | 305 | 44,8 | 55,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
1795 йылғы рәүиз ваҡытында Ҡораласыҡ ауылында 11 йорт иҫәпләнә, уларҙа 64 ерһеҙ башҡорт (припущенник) йәшәй. 21 йылдан һуң башҡорттарҙың һаны 105-кә етә. Бында, уларҙан башҡа, 28 мещан, 60 типтәр, 100 татар йәшәй. Типтәрҙәр бында 1783 йылда, ҡалғандары 1807 йылда килеп төпләнә. Улар — Тәтегәс түбәһе башҡорттарының керҙәштәре. 170 башҡортҡа 1842 йылда 320 бот ужым игене, 236 бот яҙғы иген сәселгән. Игенселек торошо тураһында халыҡтың башҡа ҡатламдарынан мәғлүмәттәр юҡ[3].
1834 йылғы VIII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында был ауылдағы 9 ихатала 170 башҡорт (83 ир-егет һәм 87 ҡатын-ҡыҙ) йәшәүе күрһәтелә. 1850 йылғы халыҡ иҫәбендә бында 96 типтәр һәм 217 башҡорт йәшәүе билдәләнә, ә 1859 йылғы рәүиз документтарында ауылда йәшәгән 514 кешенең барыһы ла үҙҙәрен башҡорт тип таный[4]. 1920 йылдағы совет халыҡ иҫәбен алыу Ҡораласыҡ ауылында 1395 башҡорт һәм татарҙың йәшәүен теркәй[4].
Ҡораласыҡ урта мәктәбе 1920 йылда асыла[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.