Ҡырымсаҡ теле
ҡырымшаҡтар теле, төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡырымсаҡ теле (кърымчах тыльы) — ҡырымсаҡтар теле. Төрки телдәренең ҡыпсаҡ-һары ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Ҡайһы берҙә ҡырым-татар теленең этнолекты[4][5] булараҡ ҡарала. 1917 йылғы революцияға тиклем ҡырымсаҡтар, нигеҙҙә, ике телле була: йәнле аралашыу теле булып ҡырымсаҡ теле (йәғни төрки теле) булһа, ә ғибәҙәт ҡылыу һәм хат яҙыу өсөн улар боронғо йәһүд телен ҡуллана. Хәҙерге ваҡытта ҡырымсаҡтарҙың күпселеге ҡырымсаҡ телендә һөйләшмәй. Әммә һуңғы ваҡыт туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта бара. Ҡырым-татар теле кеүек үк, ҡырымсаҡтарҙың төрки һөйләшенә ҡатнаш ҡыпсаҡ-уғыҙ һөйләше хас. Ҡырымсаҡ теле, ғосман йәки һиҙелерлек дәрәжәлә уғыҙ теленең йоғонтоһонда булһа ла боронғо архаик һыҙаттарын һаҡлап ҡалған, шуға ла ҡараим теленә ҡарағанда ҡарасәй-балҡар теленә яҡыныраҡ тора. Ғосман йоғонтоһоноң тик фонетикала һәм бер ни тиклем лексикала ғына тойола (морфологияла был йоғонто бөтөнләй юҡ), ҡырымсаҡ телен ҡарасәй-балҡар һәм ҡараим телдәре менән бер төркөмгә индергәндә был бигерәк тә мөһим роль уйнай. XIX быуат аҙағына тиклем ҡырымсаҡтар үҙҙәренең телен «сығатай» теле тип атай. Төрки телдәре араһында тик ҡырымсаҡ һәм ҡараим телдәрендә генә гебраизмдар һаҡланған.
Ҡырымсаҡ теле | |
Дәүләт |
Рәсәй[1] Украина[2] |
---|---|
Тел төрҙәре | агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Кирил алфавиты |
Телдә һөйләшеүселәр | 785 кеше |
Состояние языка в каталоге Ethnologue | 8b Nearly Extinct[d][3] |
URL-да тасуирланған | turkic.elegantlexicon.com/… |