From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрге Үтәш (рус. Верхнеутяшево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Үтәш ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 248 кеше[2]. Почта индексы — 452587, ОКАТО коды — 80210837003.
Ауыл | |
Верхнеутяшево башҡ. Үрге Үтәш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452587 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Үрге Үтәш ауылы Әй йылғаһы бассейнындағы Атарша йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡҡа табан 9 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 46 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Үтәш ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Үтәш ауылының атамаһы антропонимдан, йәғни тәүге төпләнеүсе Иҫәт провинцияһы Балаҡатай улусының отставкалағы сотнигы Үтәш Ҡотлоғужин исеменән. Үтәш ауылы 1717 йылдан билдәле, 1722 йылда үткән I рәүиз материалдарында телгә алына.
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1920 | Балаҡатай улус Советы (1918 й.), Үтәш ауыл Советы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Үтәш ауыл Советы (1923 йылдан) | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Үтәш ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Үтәш ауыл Советы | Балаҡатай районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Үтәш ауыл советы | Балаҡатай районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
1905 йылда дөйөм Үтәш ауылындағы 220 йортта — 1254 кеше йәшәгән.
1906 йылда Үтәш ауылында улус идаралығы булған. 2 мәсет, запас иген һаҡлау мөгәзәйе, 4 бакалея кибете иҫәпкә алынған.
1906 һәм 1913 йылдар араһында Златоуст өйәҙе территорияһында Үтәш ауылынан бүленеп сыҡҡан Үрге Үтәш ауылы барлыҡҡа килә. Ул Атарша йылғаһы буйлап өҫтәрәк урынлаша. Бүлендек ауыл Үрге Үтәш тип исемләнгәнлектән, төп ауыл Түбәнге Үтәш тип атала башлай. Үрге Үтәш ауылы 1919 йылдарға тиклем формалаша.
1920 йылда Үрге Үтәштең 93 йортонда 465 кеше булһа, төп халыҡ йәшәгән Түбәнге Үтәштең 168 йортонда — 864 башҡорт йәшәгән.
Әлеге ваҡытта ауылда Түбәнге Үтәш урта мәктәбенең филиалы — Үрге Үтәш мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Үрге Үтәш ауылында башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1920 йыл 26 август | 465 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 321 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 298 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 212 | 114 | 98 | 53,8 % | 46,2 % |
2002 йыл 9 октябрь | 266 | 141 | 125 | 53,0 % | 47,0 % |
2010 йыл 14 октябрь | 248 | 131 | 117 | 52,8 % | 47,2 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар: Буҙатулғантау
Йылғалар: Атарша
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.