From Wikipedia, the free encyclopedia
Һары уғырҙар менән бутамаҫҡа. Һары уйғырҙар (уйғырҙар, шира-йогур; ҡыт. ябайл. 裕固族, пиньин: Yùgù Zú; сар.-юг. Sarïg Yogïr [sarɯɢ jʊɢʊr], Шира-уй4ур теле Šera Yogor [ʃira jʊɢʊr]) — Ҡытайҙа рәсми танылған 56 халыҡтың береһе. Ганьсу провинцияһында Сунань-Югур автономиялы өйәҙе тигән милли-территориаль автономиялары бар. Һары уйғырҙар ике территориаль төркөмгә бүленә. Беренсе төркөм һары уйғыр телендә, икенсеһе — монгол шира-уйғыр телендә һөйләшә.
Һары уйғырҙар | |
Дәүләт | Ҡытай |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сунань-Югурский автономный уезд[d] |
Халыҡ һаны | 14 706 кеше (2020)[1] |
Ҡулланылған тел | Һары уйғыр теле һәм шира-югурский язык[d] |
Һары уйғырҙар Викимилектә |
Б. э. т. 840 йылда уйғырҙарҙаң бер өлөшө шад титуллы Удзар Текин етәкселегендә Ганьсу провинцияһына табан хәрәкәт итә һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Пан Текин булышлығында Уйгур Кянсуй (Ганьчжоу) дәүләтен төҙөй. Дәүләт бер нисә быуат йәшәй һәм Тангуттар тарафынан юҡ ителә.
2000 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Гансу провинцияһында 13 719 кеше йәшәй.
Е.Тенишев тикшереүе буйынса, һары уйғырҙарҙың ҡәбилә бүленеше ете отакка (территориаль берәмеккә) бүленә. Отак һәм уйғу ҡәбилә берәмеге буларыҡ бөгөнгө көндә бер ниндәй ҙә хужалыҡ йәки иҡтисади әһәмиәткә эйә түгел.[2].
Көндәлек тормошта, төрлө телдә һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, һары уйғырҙар һәм шира-уйғырҙар бер-береһе менән бәйле. Быны һары уйҡырҙарҙа ла, шира-уйғырҙарҙа ла осраған бер үк ҡәбилә исемдәре раҫлай.
Уйғырҙарҙың традицион дине — шаманизм менән ҡулланылған Тибет Буддизмы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.