Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Һөләймән (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 472 кеше[2]. Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825004.
Ауыл | |
Сулейманово башҡ. Һөләймән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452564 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Һөләймән ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылынан көньяҡҡа 21 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 106 километрҙа урынлашҡан[3].
Һөләймән ауылына Троицк өйәҙе Ҡошсо улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Һөләймән ауылы тураһында тәүге рәсми мәғлүмәт 1786 йылдан билдәле була. Ауылдың атамаһы антропонимик сығышлы, әммә тәүге төпләнеүсе һәм уның тоҡомдары тураһында яҙма сығанаҡтар юҡ[4][5].
Башҡа башҡорт ауылдары кеүек, Һөләймән ауылы ла аҡрын үҫкән. Үҫеш яҡшы барған осраҡта, хужалыҡ ихтыяжы, көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар наҡыҫланыуы менән бәйле, яңы ауыл-утарҙар бүленеп сыҡҡан.
1795 йылда Һөләймән ауылында 27 йортта 170 кеше йәшәгән.
Һөләймән вариҫтары, әлбиттә, 1816 йылдан алып 1859 йылға тиклем бөтә йәниҫәп исемлектәрендә лә булғандыр. Әммә Һөләймәнде ошо ауыл халҡы менән бәйләүсе исемдәр билдәле түгел. Ғалим Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров үҙенең Башҡортостан тораҡ пункттары тарихына бағышланған хеҙмәтендә халыҡ араһында йәшәгән бер легендаға үҙенең ҡарашын былай аңлата: Ауылдың легендар тарихына килгәндә, йәнәһе лә Иван Грозный 1552 йылдың 2 октябрендә Ҡазанды яулап алғанға тиклем улдары Әйүп, Әбдрәхим һәм Сөләймән менән Мейәс бассейнындағы Ҡошсо ырыуынан Сәйҙәш Әй бассейнына килеп нигеҙләнә һәм атай кеше, йәнәһе лә, үҙенең улдарына ерҙәрен бүлә (ситтән килә һалып бындай хәл булыуы мөмкин түгел). Быны раҫлауы ҡыйын. Ләкин бер логикаһы бар: ошондай исем йөрөтөлгән ауылдарҙың барыһы ла Ҡошсо улусына ҡарай. Ошо легенда яҡлыларҙың барыһын да, бөгөн билдәһеҙ исемле бер ауыл да һаҡланмаған тип үкендерергә тура килә. Башҡортостан Республикаһында хәҙерге торама пункттарҙың барыһының да тиерлек беҙгә һуңғы, яҡынса XVII быуатта бирелгән атамалары ғына килеп еткән. Әммә был Ҡошсо ырыуы Сәйҙәштең шул исемле улдары булмауын аңлатмай. Ләкин үрҙә әйтелгән өс кешенең ҡан буйынса ағай-эне һәм Сәйҙәштең улдары булғанлығын раҫларлыҡ материал юҡ. Баҫылып сыҡҡан сығанаҡтарҙың булмауы арҡаһында, Әбдрәхим улы Солтан 1732—1818 йылдарҙа йәшәгән, тип раҫлай алмайбыҙ. Легенда тарихи факттар менән раҫланырға тейеш. Солтан Әбдрәхимов буйынса мәғлүмәттәргә таянып, был ауылдарҙың барыһың да XVIII быуаттың 30-сы йылдарына тиклем нигенҙләнгәнлеге тураһында аныҡ ҡына әйтергә мөмкин.
Асыҡланған архив сығанаҡтары булмау сәбәпле, Ә. Әсфәндиәров XIX быуаттың 70-90-сы йылдарында земство баҫмаларының хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итә: «Һөләймән ауылы тигеҙ уйһыулыҡта, Златоуст өйәҙ ҡалаһынан төньяҡҡа 120 километрҙа, ауыл хужалығы продукттарын һатыуҙың төп урыны Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙе биләмәһендәге Оло Аҡанан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл эргәһендә тирмәндәр ҡорорға яраҡлы Әй йылғаһы аға. Халҡы — аҫаба башҡорттар, 1859 йылғы X рәүиз материаларында 84 йортта 147 йән теркәлгән. Ер өс урында. Һөрөнтө ер Әй йылғаһының төньяҡ битләүе буйында — көньяҡ өлөшөндә өс йырынлы, майҙаны 100 дисәтинәгә яҡын, убалы ер; Әй йылғаһы һәм 6 күл тарафынан һуғарыла. Ере — 12 ҡарыш тәрәнлектәге йомшаҡ ҡара тупраҡ; тупраҡ аҫты — эзбизташлы таш ҡатыш тоноҡ ҡыҙыл балсыҡ. Баҫыуҙарҙа ҡый үләндәре, ҡалҡыу урындарҙа таштар осрай. Баҫыусылыҡ системаһыҙ. Арыш, һоло, борай, бойҙай, арпа сәсәләр.
1842 йылда 209 кешегә 70 сирек ужым, 364 сирек яҙғы ашлыҡ, 8 сирек картуф сәселгән. Өс атлы һабан менән һөрәләр. Ауылда 2 һуҡҡыс һәм 2 сәскес бар. Баҡсаларҙа хужалыҡта кәрәк йәшелсә үҫтерелә. Хужалыҡ малсылығы алып барыла, башҡорт тоҡомло мал яҙҙан башлап 1 авгусҡа тиклем, көҙ көнө бөтә урман буйлап утлап йөрөй. Көтөүлек ауыл янында һәм тигеҙ уйһыу урында урынлашҡан. Ере — ҡара тупраҡ. Малдар Әй йылғаһын һыулай. Сабынлыҡ һыубаҫар, сағыл һәм һаҙлыҡлы урында. Тәүгеһен Әй йылғаһы һыуы баҫа, ҡайһы берҙә ҡом тула, уйпатлыҡта урынлашҡан. Сағыл битләү буйлап, һуғарылмай. Һаҙлыҡлы-кәҫле… Бесәнгә интекмәйҙәр. Урман төрлө урында — бер өлөшө ҡалҡыулыҡта, әммә тигеҙ ерҙә, икенсе өлөшө Әй йылғаһының һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Ултыртылған урмандың бер өлөшө ҡуйы, бер өлөшө һирәк; урман тулыһынса ҡаҙна һаҡлауына алынған. Өйҙәрҙе урмандағы ҡоро-һары, лапы яғып йылыталар»[6].
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | Дыуан улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 4-се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Ҡошсо улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | биләмәһе | Үрге Ҡыйғы өйәҙе | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | Ҡошсо улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Мәсетле районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Мәсетле районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Мәсетле районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
1865 йылда Һөләймән ауылында 62 йортта 307 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә булған[7].
1906 йылда шулай уҡ 2 бакалея кибете булған[8].
Әлеге ваҡытта Һөләймән ауылында башланғыс мәктәп балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[9].
Һөләймән ауылында башҡорттар йәшәй (2002)
Дөйөм халыҡ һаны[12],[2] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1989 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 402 | 489 | 472 | -17 | -3.47 | ||
Ир-егеттәр | 183 | 232 | 239 | +7 | +3.01 | ||
Ҡатын-ҡыҙҙар | 219 | 257 | 233 | -24 | -9.33 |
.
Ер-һыу атамалары Тауҙар:
Ләкин тау һаман бирешмәй, Ҡыҙылъяр булып ҡала килә.
Таусыҡтар, түбәләр:
Урмандар:
Йылғалар:
Күлдәр:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Ырҙын табағы мөдире Нәғим күп йылдар шул урында бесән сапҡан. Шуға ла ҡулды Нәғим ҡулы тип атайҙар.
Башҡа атамалар: Кашшаф юлы, Ташлы юл, Ҡыя юл, Ҡыуаҡ
Тәбиғәт һәйкәлдәре:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.